Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2022, 12:31

Зөлхизә (хикәйә)

Йоҡлап китә алмай борғоланып ятҡан Зөлхизә, тышта ишетелгән йыр тауышына ҡалҡынып, тәҙрәгә күҙ һалмаҡсы булғайны, урындыҡтың икенсе осонда – мөйөштә ятҡан атаһының: «Ят, нимә ҡарайһың башың кәшкәйеп, йөрөйҙәр тон тыныслығын йыртып, иманһыҙҙар», – тигән һүҙҙәрен ишетеү менән ҡорама юрғанын башынан аша тартып бөркәнде лә, кире урынына сумды.  

Зөлхизә (хикәйә)
Зөлхизә (хикәйә)
...Шәлъяулығым йәшел суҡ,
Комсомол булһа һөйәбеҙ,
Комсомол булмаһа – юҡ...
Урындыҡта, мейес буйында йәйелгән түшәгендә йоҡлап китә алмай борғоланып ятҡан Зөлхизә, тәҙрәнән ишетелгән йыр тауышына ҡалҡынып, тәҙрәгә күҙ һалмаҡсы булғайны, урындыҡтың икенсе осонда – мөйөштә ятҡан атаһының: «Ят, нимә ҡарайһың башың кәшкәйеп, йөрөйҙәр тон тыныслығын йыртып, иманһыҙҙар», – тигән һүҙҙәрен ишетеү менән ҡорама юрғанын башынан аша тартып бөркәнде лә, кире урынына сумды, әммә урамдағы йәштәр йыры юрған аша ла үтеп инде:
Йәш ғүмерҙәр ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен...
«Белерһең, бына шулай йәшлегең сәскә атҡан мәлдә ҡыҙыл эңерҙән йоҡлап ятһаң», – тип үрһәләнде Зөлхизә. Атаһы бигерәк ҡаты тота шул уны, исеме сығыуҙан ҡурҡа. Әсәһе иҫән булһа, нисек тә уртаҡ тел табырҙар, башҡа ҡыҙҙар кеүек ул да киске уйынға сығыр ине. «Әсәйең үгәй булһа – атайың еҙнәй була» тип, белеп әйткәндәр инде.
Бигерәк йәшләй үлеп китте шул әсәһе. Дүрт йәше саҡ тулғайны Зөлхизәнең. Бәпесен тыуҙыра алмай яфаланып үлгәнен һуңыраҡ, үҫә төшкәс, күрше-тирә еңгәй-инәйҙәрҙең һөйләшкәндәрен сала-сарпы ишетеп кенә төшөндө. Ә ул саҡта әбейҙәрҙең йүгерешеп йөрөүен, тулғаҡтан ыҙаланған әсәһен арба тәгәрмәсенә ултыртып әйләндереүен ҡыҙыҡ күреп ҡарап тороуы яҙа-йоҙа ғына хәтерендә ҡалған. Йөклө ҡатын алыҫ сәфәргә юлланған кешене оҙатып, ылауға ултырып киткәнен ҡарап ҡалырға тейеш түгел, юҡһа, оҙатҡан кешеһе сәфәренән әйләнеп ҡайтмайынса сабыйын тыуҙыра алмай, тигән хөрәфәткә таянып, арба тәгәрмәсен сисеп ергә һалып, ҡатынды шуның өҫтөнә ултыртып, тәгәрмәсте кирегә өйләндерәләр, йәнәһе, оҙатҡан кешеһе ҡайта, шунан һуң ғына сабыйы тыуа тип ышанғандар. Зөлхизәнең әсәһе яңыраҡ ҡына ҡәйнешен әрмегә оҙатҡан икән. Әммә тәгәрмәс тә, әбейҙәрҙең башҡа им-томдары ла әсәһен ҡотҡара алманы.
Күп тә тормай, атаһы ауылдарынан алты саҡрымда ятҡан ауылдан икенсе ҡатынға өйләнде, атаһы «Бына ҡыҙым, һиңә әсәй алып ҡайттым», тигәс, әй ҡыуанғайны Зөлхизә. Әсәйҙәр барыһы ла үҙ әсәһе кеүек һәйбәт була тип уйлағандыр инде, тик ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. Үгәй әсәһе атаһы өйҙә булғанда ғына ипле һөйләште, атаһы өйҙән сығып китеү менән күҙҙәрен аҡайтып, екерергә тотона ине.
Әкренләп ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ көндәлек мәшәҡәттәре барыһы ла Зөлхизәнең сибек иңенә күсте, һыу ташыу, ҡашығаяҡ, иҙән йыуыу ғына түгел, ҡамыр баҫыу, ҡорот ҡайнатыу кеүек көс һәм таҫыллыҡ талап иткән эштәрҙе лә бик иртә өйрәнде Зөлхизә. Бер-бер артлы тыуған өс һенлеһе лә уның ҡарамағында. Ун-ун бер йәше тулыуға уның ҡулынан килмәгән эш юҡ ине инде. Ҡамыр баҫһа, табағында тырнаҡ осо ҡәҙәре лә ҡамыры йәбешеп ҡалмай, һалма йәйһә, йәймәһенең йоҡа һәм тигеҙ булыуын күреп, эштән бушамаған ҡыҙҙы йәлләп, күрше ҡатындар: «Ярай, һылыу, сабыр ит, «сабырлыҡтың төбө һары алтын» тигәндәр, эшләгәнең кеше өсөн булһа ла, өйрәнгәнең үҙең өсөн, кейәүгә сығып китһәң, ҡәйнәң маҡтап бөтөрә алмаҫ үҙеңде, эшкә өйрәнгәс, донъя көтөүе лә еңел булыр үҙеңә тип йыуаталар ине.
Эшенә генә түҙер ине лә, аслыҡ һәм үгәй әсәһенең урынһыҙ йәберләүҙәре үҙәгенә үтә. Көноҙоно эшләп тә уға ярай алмағас, бәхетһеҙ яҙмышына, ғәҙелһеҙлеккә рәнйеүе йөрәгенә тулышһа, биҙрәләрен ала ла йылға буйына йүгерә ине. Ҡайһы саҡ аулаҡта илап, ҡайһы саҡ йырлап алһа, күңеле бушап ҡалғандай тойола. Йылғаның талғын ғына ағышын ҡарап ултырыу йәненә һиллек бирә, тынысландыра.
Бәләкәйерәк сағында йәй көндәре иртән тора ла, тышҡа сығып, өй артындағы нигеҙ буйына ултыра. Үҙҙәренән өй аша ғына йәшәгән Мәрзиә еңгәйҙең ҡаҙан ҡырған тауышын ишетеү менән шул яҡҡа табан йүгерә.
– Бөгөн күренмәйсе бикәсем, йоҡлап ята микән, тиһәм, килеп еттеңме ни, әйҙә, ултыр, – тип ҡаршылай уны еңгәһе һәм һөт бешергәндә ҡаҙан төбөнә йәбешкән көйөктө ҡырып алып, Зөлхизәнең усына һала. Ҡаҙан янында ятҡан түмәргә ултырып, Зөлхизә оҙонса булып өҙөлгән көйөктәрҙе берәмләп кенә алып, тәмләп ашарға тотона. Ҡайһы саҡта бейеме күрмәгәндә сүмесенә һоҫоп, тәмле еҫ таратып боҫорап ултырған һөттән дә ауыҙ иттерә. Усындағы көйөк валсыҡтарын ауыҙына ҡаплағас, доға ҡылып, битен һыпырып ҡуя ла, өйөнә табан йүгерә. Бала саҡтағы ауырлыҡтарҙың иң үҙәккә үткәне сәстәре арҡаһында булғандыр. Сәсе оҙон, ҡуйы, етмәһә, бөҙрәләнеп тора, тарап үреүе бер бәлә. Үгәй әсәһе уның сәсен ауырттырып тарай, йолҡа-йолҡа үрә, сәстәре услам-услам булып йолҡоноп сыҡҡанда, күҙҙәренән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен күлдәк еңдәре менән алмаш-тилмәш һөртөп, өнөн дә сығармай түҙә ине Зөлхизә.
Иртәнсәк ҡыҙ үгәй әсәһенең һуҡранған тауышынан уянып китте:
– Ул ниндәй бөтмәҫ йоҡолор инде, оялмай, һуйылдай булып, көн яҡтыһында йоҡлап ятсәле. Ҡатын-ҡыҙ ҡояштан алда торорға тейеш, тор, атайың тәкә һуйҙы, эсәктәрен арытырға кәрәк.
Зөлхизә урынын йыйыштырҙы ла, иҙрәп йоҡлап ятҡан һеңлеләренең юрғандарын йүнәтеп ябып, әсәһенең иҫке кәзәкийен эләктереп, соланда таста ултырған эсәк-ҡарынды күтәреп йылғаға йүнәлде.
Төштән һуң, иртәнсәк һуйған һарыҡтың эс майын сәйгә киреп элеп киптереп алғас, ишек алдындағы ҡаҙанға яғып, иретеп, бауырһаҡ бешереп алдылар.
– Ҡаҙандағы ҡалған майҙы табаға һоҫоп ал да, ҡаҙанды йыуып ҡуй, шунан һыуға барып килерһең, – тине соланда булашҡан үгәй әсәһе.
Зөлхизә һыулы биҙрәләрен ҡаҙан янына ҡуйып, көйәнтәһен ситәнгә элде лә, быҫҡыған утты усаҡ эргәһендә ятҡан утын ярҡаһынан бысаҡ менән сыра ярғылап алып, ҡаҙан аҫтындағы көлдө болғата-болғата өрөргә тотондо, ҡабынғас, тиҙәк өҫтәне лә, биҙрәһе төбөндә ҡалған һыуҙы табаҡҡа ҡойоп, үгәй әсәһе сығарып биргән иттәрҙе йыуып, ҡаҙанға төшөрҙө. «Ниңә был тиклем күп бешерәләр икән, ҡунаҡ саҡыралар микән әллә?» – тип уйлап өлгөрҙө.
– Ҡаҙаның ҡайнап сыҡһа, һурпаһын алып, һыуытып, ҡамыр баҫ та, һалма йәйерһең, ондо самалап һалып ултырттым, – тине лә әсәһе урам яҡ ҡапҡаға ыңғайланы.
Һалма йәйеп һалғас, өйҙө йыйыштырып, урындыҡҡа түшәлгән балаҫты, буй юрғандарҙы ҡағып түшәне, мендәрҙәрҙе ҡаҡҡылап, ҡабартып һалды, иҙәнде йыуып алды. Ул арала әсәһенең екеренгәне ишетелде.
– Ҡаҙаның ҡайнамай тоноп ултыра бит, шуны ла ҡарамай, нишләп йөрөйһөң? һаман әйтеп, өйрәтеп тороу кәрәк, был тиклем дә белекһеҙ булырһың икән, – тип һөйләнә-һөйләнә усаҡ яғына йүнәлде, – һеңлеләреңдең сәстәрен тарап үр, үҙеңдең дә өҫ-башыңды ҡара, батмусты ла, самауырҙы ла ҡом менән йышып алып ҡайт, кеше килгәндә ялт итеп торһон, – тип өйгә инеп китте.
Ҡайҙан киләләр икән ҡунаҡтар, кемдәр икән, ниңә был тиклем әҙерләнәләр икән? Нимәлер һиҙенгәндәй хафаланды Зөлхизә, ниңәлер, күңелендә тыныслыҡ юҡ. Атаһынан һорап ҡараһа? Ул һарай яғына самауыр ҡайнатырға шаҡмаҡ ҡырҡып ултырған атаһы яғына атланы.
– Атай, әсәйем ҡунаҡтар килә тисе, кемдәр килә ул?
– Ултыр әле, ҡыҙым, – тине атаһы, янындағы түмәргә күрһәтеп. – Ҙурайҙың инде Зөлхизә. – Атаһының шулай йомшаҡ һөйләшеүенә аптырап ҡалды ҡыҙыҡай. – Бөгөн һиңә ҡоҙалар килә, балам, – атаһының тауышы ҡалтырап киткәндәй тойолдо, – һине кейәүгә бирәбеҙ.
– Аһ, – Зөлхизә ҡулдары менән битен ҡаплап иларға тотондо.
– Йәшең еткән, ҡышҡы селлә алдынан ун алтың тула, Алла бойорһа. Урыны һәйбәт, һорашҡанмын...
Һөйләшеү тамам, тигәндәй, атаһы туҡ та туҡ килеп шаҡмаҡтан ҡалған сытырыҡтарҙы сапҡыларға тотондо.
– Зөлхизә, ҡайҙа олаҡтың? Бар, һыуға бар, самауырға һалырлыҡ та һыу юҡ.
Көйәнтәһен һәм биҙрәһен эләктерҙе лә һыу буйына йүгерҙе Зөлхизә. Биҙрәһен ҡуйҙы ла, яр буйындағы үләнгә тәгәрәне. Кемгә биреп ебәрергә уйлай атаһы? Ризалығымды һорамаһалар ҙа, исмаһам, кейәү килә тип аңғартһаларсы. Кем икән кейәү булаһы кеше? Ҡайҙа алып китер уны? Унда ниндәй яҙмыш көтә? Шулай уйлап, тәгәрәп-тәгәрәп иланы Зөлхизә.
– Илама, һылыу, бөтә ҡыҙҙарҙың да яҙмышы шулай инде ул, үҫеп еткәс, бөтөнләй ят ғаиләгә, сит ергә барып донъя көтөү.
Зөлхизә башын күтәреп ҡараны – Мәрзиә еңгәһенең дә күҙҙәрендә йәш күреп, ғәжәпләнеп тороп ултырҙы.
– Өйрәнерһең... Мин дә һеҙҙең ауылға килен булып төшкәндә ун алтыла ғына инем, Төрлө саҡтар булды, ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, бар кешеләр ҙә маңлайына яҙғанын күрә инде. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Бындағы тормошоң да бик еңелдән булманы, бәлки, унда бәхетле булырһың, йәнә бөгөн үк алып китмәйҙәр бит, бер йыл, бәлки, ике йыл үтер әле оҙатып алғансы. Кейәү кеше килеп йөрөр, яйлап өйрәнерһең. – Зөлхизә бер аҙ тынысланғандай булды.
Ул һыуҙан ҡайтҡанда ҡунаҡтар килеп, аттарын туғарып, өйгә инеп киткәйне. Асыҡ тәҙрәнән мулланың никах уҡыған тауышы ишетелеп ҡала. Эштәрен тамамлауға, Мәрзиә еңгәһе килеп, әсәһе менән нимәлер һөйләштеләр ҙә, усаҡ янында булышҡан Зөлхизәгә:
– Әйҙә, бикәсем, соланға инеп өҫтөндө алыштыр ҙа беҙгә барайыҡ, кейәү менән таныштырырмын, – тине.
– Юҡ, еңгә, мин бармайым...
– Бармайынса булмай инде, никах уҡылды, кейәү көтөп ултыра, әйҙә.
– Уй, еңгә, бигерәк оялам, – Зөлхизә илап ебәрҙе.
– Илама, бикәсем, кейәү бала матур ғына күренә, мә, күлдәгеңде кей ҙә...
Зөлхизә ҡалтырана-ҡалтырана өҫтөн алыштырып, ҡурҡа-ҡурҡа ғына еңгәһе артынан эйәрҙе. Ул арала күҙ бәйләнеп ҡараңғы төштө.
– Бар, аласыҡҡа инә тор, мин хәҙер, – тип өйгә инеп китте лә еңгәһе, шунда уҡ ят егетте эйәртеп килеп тә сыҡты.
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, – тип аласыҡҡа табан атланы. Зөлхизәгә уға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Бына, кейәү, кәләшең, бик егәрле, аҡыллы, матур ҡыҙ, тигеҙ ғүмер итегеҙ, аҡ сәсле, һары тешле булғансы бергә йәшәргә насип итһен Хоҙай һеҙгә, – тип, Зөлхизәнең ҡулын егеттең усына һалды ла сығып китте. «Шунда урын йәйгәнмен», тигәне ишетелеп ҡалды тыштан.
Дөм ҡараңғы аласыҡта икәүҙән-икәү тороп ҡалдылар. Оялышынан нишләргә белмәгән ҡыҙ, ҡулын тартып алырға теләгәйне лә, егет кеше ыскындырманы.
– Ҡурҡма, һылыу, мин кеше ашамайым, – тигән булды кейәү егет ипле генә.
Иртәнсәк яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп кейенде лә Зөлхизә, сығып китергә уйлағайны, кейәү кеше уянды. Зөлхизә башын эйеп, урындыҡ ситенә ултырҙы. Егет тә, кейенеп, уның ҡаршыһына килеп баҫты.
– Собханалла, бына һин ниндәй икәнһең, минең кәләшем! Мин шаҙра битле, йә ҡылый күҙле булып ҡуймаһын тип ҡурҡҡайным, ә һин һылыуҙың да һылыуы икәнһең, күңелем тынысланды былай булғас, – тине ул ҡыуанып, күҙҙәрен ҡыҙҙың ҡыйылып киткән ҡаштарынан, алһыу йөҙөнән айыра алманы, ҡараштары ҡуйы керпектәре араһына йәшеренгән күҙҙәрен эҙләне, ҡуйы бөҙрә сәстәренән һыйпап, һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫты. Зөлхизә күҙҙәрен ергә төбәгән килеш ултыра бирҙе, үҙе һиҙҙермәй генә, күҙ ҡырыйы менән егеткә күҙ һалды: «Былай күрер күҙгә матур күренә, ҡарт та түгел икән...»
Хәлиулла, кейәүҙең исеме шулай икән, килгеләп йөрөнө лә, юл ҡалмаҫ элек тип, көҙгө эштәр тамамланғас, туй үткәреп, ҡырпаҡ ҡарҙа Зөлхизәне оҙатып та алды. Ҡыҙ өсөн бөтөнләй ят, яңы тормош башланды. Ҡайныһы ла, бейеме лә тыныс, күркәм холоҡло кешеләр. Зөлхизәнең Йәүҙәт исемле ете йәшлек ҡәйнеше лә бар. Хәлиулла ла ипле һүҙле, алсаҡ йөҙлө, донъя көтөүгә тырыш кеше булып сыҡты. Тәү күрешкәндән бер-береһен оҡшатҡан йәштәрҙең күңелен мөхәббәт тойғоһо көндән-көн көслөрәк биләне, тормоштарын наҙ, һөйөү хистәре солғаны. Ҡауышыуҙары-на йыл үтеүгә, донъяларына ҡот өҫтәп, улдары тыуҙы, атаһының исеменә оҡшатып, Сәхиулла тип исем бирҙеләр.
Шулай бәхеткә сорналып йәшәп ятҡанда фин һуғышы башланып китте. Ауылдаштары менән бергә Хәлиулланы ла һуғышҡа алдылар. Күп тә үтмәй, уның үлем хәбәре килде. Хәлиуллаһының үлеменә ышанманы Зөлхизә, ышанырға теләмәне, һуғыш бөткәс тә, иҫән ҡалғандар ҡайтып бөткәс тә, өмөтөн өҙмәне. Ҡайныһы ла йөк башынан ҡолап имгәнеп, ике-өс ай ыҙаланып ятҡандан һуң яҡты донъя менән бәхилләште.
Бер мәл Зөлхизәне ҡайныһының бер туған ҡустыһының улы Ильяс һората башланы. Ҡатын ризалыҡ бирмәне. Ильяс тәүәккәлләп, үҙе һөйләшеп ҡарарға булды. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә. Зөлхизә ферманан ҡайтып, ишек алдына инеүгә, һарай яғынан кемдер килеп сыҡты.
– Кем унда? Аһ-аһ, Ильяс, нишләп йөрөйһөң ул?
– Һине көтәм, еңгә...
– Әйҙә, өйгә инәйек.
– Юҡ, бында ғына һөйләшәйек.
– Атаҡ, аулаҡта егет менән һөйләшеп тормаға мин ҡыҙ кеше түгел дә.
Зөлхизә өйгә ынтылды.
– Туҡта әле, еңгә... – Ильяс Зөлхизәнең ҡулына ҡағылды.
– Ебәр, Ильяс, кеше күрер.
– Еңгә, ризалығыңды бир, Сәхиулла ҡустымды үҙ баламдай ҡарармын, үҙ ағайымдың улы бит.
– Ә бейемемде ҡайҙа ҡуйырһың? Уны кем ҡарар? Йәүҙәт ҡәйнешем дә бәләкәй әле, мин уларҙы ташлап китә алмайым. Уларҙың минән башҡа таяныр кешеһе юҡ.
– Ярҙам итермен, ҡарармын уларҙы ла...
– Юҡ, ҡәйнеш, нимәгә һиңә балалы ҡатын, ана, күпме ҡыҙҙар ауылда.
– Еңгә, миңә һин генә кәрәк.
– Юҡ, Ильяс, башҡаса мине ҡарауыллап йөрөмә, минең ғаиләм бар, – тине лә Зөлхизә өйөнә йүгерҙе.
Был хәлдән һуң ике-өс үткәс, Зөлхизә эштән ҡайтып инһә, өйҙә Ильяс бейеме Хәйерниса менән һөйләшеп ултыра. Сәхиулла менән Йәүҙәт тә шунда урала.
– Әйҙә, балам, сисен, бына һине ҡунаҡ көтә, – Хәйерниса әбей яулығын ҡайырып, йөҙөн ҡапланы.
– Ниңә килдең. Ильяс, башҡаса килмә, тинем бит мин һиңә.
Зөлхизә бейеме янына ултырып, уның ҡаҡса кәүҙәһен күкрәгенә ҡыҫты. «Илама, бейем, мин һеҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем. Бар, Ильяс, хәҙер үк сығып кит, башҡаса килеп йөрөмә...»
– Туҡта әле, килен, ашыҡма, яйлап кәңәшләшәйек. Ошоға тиклем бер һүҙһеҙ ҡараның, рәхмәт, Хәлиулланың исеменә тап төшөрмәнең, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәнең, һин әле йәшһең, ғүмер буйы беҙҙе көтөп ултыра алмаҫһың, Ильяс беҙгә ят кеше түгел. – Хәйерниса әбей Ильясҡа табан боролдо. - Бер генә үтенесем бар Ильяс улым һиңә, Сәхиулламды, Хәлиулламдың бер бөртөгөн ҡаҡма, үҙ ҡаның, үҙ һөйәгең, ят бауыр түгел. Килен, ир балаға ир ҡулы кәрәк, Йльяс улымдың кендеген үҙем киҫтем, күҙ алдымда үҫте, яңғыҙ ҡәйнешемдең улы, Унан да уңайлы кеше булмаҫ.
– Еңгә, – Ильяс телгә килде, – үҙем һеҙҙә йәшәр инем, риза булһаң...
– Ҡуйсы, булмаҫты, кеше көлдөрөп, һин ҡыҙ кешеме әллә? Ильяс Хәйерниса әбейгә килен булып төшкән, тип күҙеңде лә астырмаҫтар.
– Көлһөндәр, көлөр-көлөр ҙә туҡтарҙар, – тине Ильяс Зөлхизәнең ыҡҡа килә башлауына ҡыуанып.
– Мин Хәйерниса инәйҙе лә, барығыҙҙы ла алып ҡайтыр инем дә, әсәйем риза түгел.
– Апһыныма һүҙ тейҙермәгеҙ, мин дә риза булмаҫ инем өс имгәк эйәртеп килгән киленгә.
– Беҙҙең өсөн үҙ әсәйендән баш тартаһыңмы?
– Баш тартмайым да...
– Юҡ, улай булмай инде. Белмәйем, улай бик ныҡышҡас,- Зөлхизә аптырап бейеменә ҡараны,- әсәйеңце лә алып кил һуң...
– Килә буламы ул...
– Улайһа, һин дә килеп йөрөмә, әсәһен ташлап сығып киткән кешегә беҙ нисек ышанайыҡ? Ғәйепләмә, Ильяс, үҙ тиңеңде тап, минең башҡа әйтер һүҙем юҡ. – Ильяс ауыр ҡуҙғалып, урынынан торҙо ла, ишекте шарт ябып сығып китте.
Ятҡас та тиҙ генә йоҡлап китә алманы Зөлхизә. Ҡатын-ҡыҙ һөйөү-һөйөлөү өсөн яратылған зат шул. Хатта һине һөйгән кешегә битараф булған хәлдә лә, ҡайҙалыр һине һөйгән, һиңә табынған кеше барлығын белеү йөрәкһетә, күңелде йылыта, ымһындыра. Ильяс иҫенә төшкән һайын Зөлхизәнең күңеле кинәт кенә ҡалын болоттар араһынан йылмайған ҡояштай, бер миҙгелгә генә балҡып китә, уны осратҡан һайын йәш ҡатындың йөрәге елкенә, яғымлы ҡарашынан юғалып ҡала, шул уҡ ваҡытта Хәлиулла менән йәшәгән бәхетле йылдарын хәтерләп, уға хыянат иткәндәй, күңел ғазабы кисерә, үҙе лә аңлап бөтә алмаған ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғолар солғанышында ҡала.
Иртәнге һауындан ҡайтып, сәй эсергә ултырғайнылар ғына, Ильястың әсәһе Гөлбоҫтан әбей килеп инде. Хәл-әхүәл белешеп, берәр сынаяҡ сәй эстеләр. Бер мәлгә тымып ҡалдылар, һүҙ ялғанманы. Көсөргәнешле тынлыҡты Гөлбоҫтан әбей боҙҙо:
– Хәйерниса еңгә, Зөлхизә килен, аптыраған көндән килдем. Ильясым һеҙгә килеп ҡайтҡандан бирле үҙенә урын тапмай. Тел ҡайырып һүҙ ҡатҡаны юҡ, төнөн дә уфтанып сыға. Үҙем килергә булдым. Атаһы мәрхүмгә оҡшап, ғәрсел, ҡыҙыулығы ла бар. Ят ярлыҡамаҫ, үҙең-деке үлтермәҫ, уртаҡ тел табырбыҙ, иншалла, тип күҙ терәп килдем әле.
– Мин дә ҡаршы түгел дә ул, килен ни, һеҙҙе ташлап китмәйем, ти ҙә ҡуя бит, беҙ ни Йәүҙәт менән нисек тә үҙебеҙ көн итер инек.
– Зөлхизә килен, Хәйерниса еңгә, бергә-бергә йәшәрбеҙ әле, балаларҙы ла бергәләп ҡарарбыҙ, өйөм тар булһа ла, күңелем киң. Мин ни ике уртала йөрөрмөн, өлкән улым да алыҫ йәшәмәй бит, кире ҡаҡмағыҙ инде.
– Рәхмәт, Гөлбоҫтан килен, әйтеүеңә, мин урынымдан ҡуҙғалмайым, Ильяс менән Зөлхизәгә фатихамды бирәм. Хәлиуллам үҙе ҡайтҡан булһа, ошолай өс тол бисә сыуылдашып ултырыр инекме ни, киленемде үҙ баламдай яҡын күрәм, Сәхиуллам менән икеһен йөрәгемдән һурып бирәм, рәнйетә торған булһағыҙ, апһыным тим тормам. Бөртөк кенә ейәнемде артыҡ күреп бирмәйем, атайһыҙ баламды әсәйһеҙ ҙә итәйемме алып ҡалып. – Хәйерниса әбей яулыҡ осо менан күҙҙәрен һөртөп алды.
– Хәйерниса инәй, рәнйеп ҡалма, килеп ярҙам итеп торорбоҙ, үҙең дә килеп йөрөрһөң, Алла бойорһа, ҙур итеп өй һалам, Йәүҙәт менән һине лә, әсәйемде лә алып бергә йәшәрбеҙ, – тине Ильяс Зөлхизә менән Сәхиулланы оҙатып алып ҡайтҡанда.
Ят йортҡа ла, Ильясҡа ла өйрәнеп китеүе еңел булманы Зөлхизәгә. Әммә Ильяс иғтибары һәм һөйөүе менән уның күңелен көндән-көн нығыраҡ яулай барҙы, айырыуса Сәхиуллаға булған йылы мөнәсәбәте ихтирамын уятты. Биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Хәйерниса әбейгә лә ярҙам итергә өлгөрҙө. Сәхиулланы күтәреп алып барып, Хәйерниса әбейгә индерә лә, үҙе сығып йә ҡар көрәй, йә йылғаға төшөп, мәке уйып, һыуын килтерә, утынын да соланға ташып өйөп ҡуйҙы. Зөлхизә лә бара һалып иҙәндәрен йыуып сыға, керҙәрен йыуып элә. Татыу ғаиләгә бәхет өҫтәп, көҙ етеүгә улдары тыуҙы. Ильяс яңы йортҡа нигеҙ һалды. Тик бөтә уй-хыялдарҙы селпәрәмә килтереп, тағы ла илгә яу ябырылды. Был юлы Германия һуғыш башланы. Ильяс тәүгеләрҙән булып һуғышҡа китте һәм һуғыштың икенсе йылында «ҡара ҡағыҙ» килде.
Зөлхизә тағы ла тол ҡалды. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә ферма һыйырҙарын һауып ҡайтҡас, бесән сапты, эҫкерт һалды, ҡыш көндәре үгеҙ егеп, колхоз һыйырҙарына ҡырҙан бесән ташыны, саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, балтаһын биленә ҡыҫтырып, Йәүҙәт менән Сәхиулланы эйәртеп, йылға буйына тал ҡырҡырға барҙы. Малайҙар ҡул санаһы менән ҡырҡҡанын өйгә ташыны. Ике өйҙө йылытып тороуы ауырлашҡас, күҙҙәре лә һуҡырайып ҡалған Хәйерниса әбейҙе ай-вайына ҡарамай Зөлхизә үҙҙәренә күсереп алды. Үҙе эштә ваҡытта бәләкәй Айҙар ҙа, Хәйерниса әбей ҙә Гөлбоҫтан бейеме ҡарамағында булды.
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш, ниһайәт, тамамланды. Бәхетле ҡатындарҙың ирҙәре әйләнеп ҡайтты, тик Зөлхизәләрҙең оло ғаиләһенә ҡайтыр кеше юҡ. Бер көн шулай Гөлбоҫтан әбей ҡайҙалыр сығыр киткәйне. Түр башында ултырған Хәйерниса әбей Зөлхизәгә өндәште:
– Килен, ултыр әле эргәмә, бик күптән уйлап йөрөгән бер кәңәшем бар ине,-тине лә үҙе туҡтап ҡалды, һүҙен башлай алмай бергилке ултырғас, телгә килде:
– Ни, килен, Йәүҙәт ҡәйнәшеңдең үҫкәнен көт инде...
– Бәй, көтмәй мин ҡайҙа китәйем?
– Юҡ, килен, һин аңламаның, ир булып еткәнен көт, тиеүем. Ир бала тиҙ үк үҫә лә китә ул, ана хәҙер үк ҡул араһына инеп бара. Бер-ике йылдан бынамын тигән ир булыр, Алла бойорһа, йәш айырмаһы йәшәй килә тиңәлә, тигеҙләнә ул.
– Тәүбә тигән, бейем, нимә һөйләйһең һин? Оялмай... Үҙем ҡарап үҫтергән баланы... Кеше ишетмәһен... Ике улығыҙҙың башына еттем бит инде, өсөнсөһөн дә һәләк итәйемме? Бәлки, миңә, мин бәхетһеҙгә өйләнмәһәләр, иҫән ҡайтырҙар ине, – тип илап ебәрҙе Зөлхизә.
– Эй, балаҡайым, миңә еңел тиһеңме был һүҙҙәрҙе әйтеүе. Күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙем мин был ҡарарға килгәнсе. Һине лә, балаларҙы ла йәлләп әйтеүем, йә үгәй атай ҡулына ҡалырҙар, йә тырым-тырағай таралашып бөтөрҙәр тип ҡурҡҡандан ғына...
– Күрәһең, миңә ир менән йәшәргә яҙмағандыр. Ә Йәүҙәтте мин үҙемдең улым тип иҫәпләйем, Сәхиулла менән Айҙарға ағай булып, күҙ-ҡолаҡ булып йөрөһә, миңә шул еткән, артығына өмөт итмәйем. Һин дә онот, бейем, был уйынды, Йәүҙәт ишетмәһен, яҙмышыма ризамын, өс улым, ике әсәйем бар.
– Уныһына рәхмәт, килен, аҡыллыһың шул һин, етеҙ аҡыллыһың.
Әммә беҙ, ҡатындарҙың даланы шул бит: бала табыу, бала бағыу. Әле бит һинең, киленем, бала табыр әмәлең бар. Шул әмәлең бушҡа китмәһен тип кенә әйтеүем...
– Әллә инде, бейем...
Улар етәкләшеп тупһанан төшөүгә Гөлбоҫтан әбей ҙә ҡайтып инде, өсәүләшеп, тупһа янында торған эскәмйәгә теҙелделәр. Ҡояш йылыһына наҙланып, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырғанда, йүгерешеп малайҙар ҡайтып инде.
– Әсәй, ҡәртәсәй, өләсәй, беҙ үҙебеҙҙең өйҙө барып күрҙек, – тип тәтелдәне бәләкәс Айҙар.
– Ниндәй өйҙө, улым? – Хәйерниса әбей ҡулдарын һуҙып, уны үҙенә тартып, тупылдатып һөйөп алды.
– Тегендәге, – тип ҡулын болғаны малай.
– Мин үҙебеҙҙең өйҙө – Ильяс ағайым һалған нигеҙҙе күрһәттем ҡустыларыма. Унда Йәүҙәт ағайым бүрәнә әрсеп йөрөй...
– Бүрәнә әрсеп?..
Бәләкәс Айҙарҙың был һүҙҙәре Зөлхизәне телһеҙ ҡалдырҙы. Хәйерниса бейеме менән улы Айҙар һөйләшеп ҡуйғандар, тиерһең. Гүйә, улар икеһе лә «Йәүҙәттең үҫкәнен көт» тип ҡабатлаған кеүек тойолдо Зөлхизәгә...
Фәриғә Күҫәкова.
https://ejansura.ru
Автор:
Читайте нас: