Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2022, 09:51

Һарымһаҡ майы һыҙланыуҙы баҫа

Уны әҙерләү һәм ҡулланыу тураһында - яҙмала. 

Һарымһаҡ майы һыҙланыуҙы баҫа
Һарымһаҡ майы һыҙланыуҙы баҫа

Һарымһаҡ - аш-һыу әҙерләгәндә яҡшы тәмләткес. Шулай уҡ шифалы үҙенсәлектәре күп булыу арҡаһында уны дауаланыу өсөн дә төрлөсә файҙаланалар. Түбәндәге рецептта - унан май алыу һәм быуындар һыҙлағанда ҡулланыу тураһында.

Ҡабығы әрселгән 300-400 грамм һарымһаҡты ит турағыстан үткәрәбеҙ ҙә, бер литрлыҡ банкаға һалып, өҫтөнә таҙартылмаған, сифатлы үҫемлек майы ҡоябыҙ. Уны ике аҙна дауамында көн һайын болғата-болғата ҡараңғы урында тотабыҙ. Тәғәйен ваҡыт үткәс, өс-дүрт ҡат марля аша һөҙәбеҙ. Ошо рәүешле һарымһаҡ майы алына.

Уны нисек ҡулланырға? Майҙы ауыртҡан, һыҙлаған урынға һеңдереп һөртәбеҙ (остеохондроз, артроз булғанда, бил, быуындар һыҙлағанда һ.б.). Өҫтөнән полиэтилен, шарф йә башҡа туҡыма ябабыҙ. Ғәҙәттә, был эште төнгә ҡарай башҡаралар. Тәүге ҡулланыуҙан уҡ хәл еңеләйгәне тойола, ауыртыныу баҫыла, ти уны һынап ҡараусылар. Дауаланыу ваҡыты - ике ай.

Һарымһаҡ сирле быуындар эргәһендәге ҡан әйләнешен яҡшырта, елһенеүҙе баҫа, һөҙөмтәлә быуындарҙың эшмәкәрлеген тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

Был майҙы салат әҙерләгәндә лә ҡушып ебәрергә мөмкин - үҙенсәлекле тәм бирә.

Фото: sosud-ok.ru

https://bashgazet.ru

Һарымһаҡ майы һыҙланыуҙы баҫа
Һарымһаҡ майы һыҙланыуҙы баҫа
Автор:
Читайте нас: