Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь 2022, 15:24

Алма һеркәһен йыш ҡулланаһыҙмы?

Составында В һәм Е витаминдары, кальций, калий, магний булған алма һеркәһе һәр саҡ ҡул осонда торорға тейеш. Уның ярҙамында ҡайһы бер сирҙәрҙән дә ҡотолоу мөмкинлеге бар.ның ярҙамында ҡайһы бер сирҙәрҙән дә ҡотолорға мөмкин. Ябай рецептар - яҙмала.

Алма һеркәһен йыш ҡулланаһыҙмы?
Алма һеркәһен йыш ҡулланаһыҙмы?

- Ул бик шәп ябыҡтырыу сараһы. Һеркә кислотаһы матдәләр алмашыныуын яҡшыртып ебәрә, майҙарҙы иретә. Бының өсөн иртәнге ашҡа 15 минут ҡала, 1 стакан һыуға 1 ҡалаҡ алма һеркәһе һалып эсергә кәрәк. 

- Алма һеркәһе һөт бәшмәге – молочницанан файҙалы. Ундағы ферменттар патоген гөмбәчектәренең үҫешен тотҡарлай, ә файҙалы бактерияларҙың  үҫешенә уңай шарттар тыуҙыра. 

- Калийға һәм хлороген кислотаһына бай алма һеркәһе ҡандағы холестеринды кәметә. Калий йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Бына шуның өсөн дә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен киҫәтеүҙә алма һеркәһенең роле ҙур. 

- алма һеркәһе ҡандағы шәкәрҙе кәметә. Бының өсөн уны һыуҙа шыйыҡлып эсеп кенә ҡалмайынса, салаттарға ла ҡушырға була. Ләкин алма һеркәһен бер юлы күп итеп ҡулланырға ярамай. 

- тамаҡ елһенгәндә. Тамаҡ ҡысыта башлау менән бер стакан йылы һыуға дүрт ҡалаҡ алма һеркәһе болғатып, шуның менән сәғәт һайын сайҡатып тороу тиҙерәк шәбәйеүгә этәргес бирә. Уксус зарарлы бактерияларҙы, микробтарҙы юҡ итеү һәләтенә эйә.

 -танау тонғанда бер стакан һыуға бер балғалаҡ һеркә болғап эсергә йәки тамсылап танауға тамыҙырға мөмкин.

- ҡауаҡ булғанда. Һеркәнең юғары әселеге баштағы PH тигеҙлеген тәртиптә тоторға ярҙам итә. Ҡауаҡтан ҡотолоу өсөн алма һеркәһе менән һыуҙы 1:2 нисбәтендә алып, сәскә һиптерергә була. Сәс еүешләнгәс, таҫтамал менән урап 15 минут тоторға һәм сайып төшөрөргә. Шулай иткәндә. ҡауаҡ ҡына бөтөп ҡалмай, сәс тә ҡабарыбыраҡ китә.

 -аяҡ-ҡулды йыш ҡына көҙән йыйырһа, тимәк, организмға калий етешмәй. Уны булдырмаҫ өсөн ике ҡалаҡ алма һеркәһен, бер балғалаҡ балды бер стакан йылы һыуҙа бутарға һәм һәр иртә эсергә - тыныс йоҡлатыр.

- тән зымбырлағанда. Борсоған ерҙәргә һөрткәндә, һеркә, төрлө бәшмәктәргә көрәшеүсе антисептик булараҡ, ҡысытыуҙы баҫа, тирене тынысландыра.

 - аяҡтан насар еҫ сыҡһа. Бындай осраҡта алма һеркәһе тиренең һелтеле балансын һаҡлаусы сара, йәғни бактерияларҙы үлтереүсе булараҡ ҡулланыла. Йоҡлар алдынан һеркә һеңдерелгән салфетка менән аяҡтарҙы таҙалап ятҡанда, был проблема борсомаҫ.

- эс ташып, күбеп торғанда ашарҙан алда һыу менән ҡатнаштырылған алма һеркәһен бер балғалаҡ эсеү ашҡаҙан-эсәк юлының эшмәкәрлеген яйға һала.

- ҡауаҡтан интекһәгеҙ, сәсегеҙҙе йыуғандан һуң алма һеркәһе ҡушылған һыу менән сайҡап ҡарағыҙ әле. Сәстәрегеҙ ялтырап, шымарып ҡаласаҡ. Һыуға бергә – бер иҫәбендә ҡушылған алма һеркәһе кондиционерҙы алыштыра. 

Алма һеркәһен көнкүрештә таҙартыу, йыуыу өсөн дә киң ҡулланалар:

- ул раковина, ванналарҙы яҡшы таҙарта, майҙарҙы иретә, яман еҫтәрҙе бөтөрә.

- өйҙә насар еҫ булһа,  бергә – бер иҫәбенә ҡушылған һыу менән алма һеркәһен бүлмәгә һиптерергә була. Әлеге шыйыҡлыҡ менән һөртһәгеҙ, һыуытҡыстан да насар еҫ килмәҫ. Алма һеркәһенең үҙенең аҙ ғына әсерәк еҫе бик тиҙ елләп бөтә, ә бүлмә һауаһы сафланып ҡала. 

- өйөгөҙҙә эт, бесәй аҫраһағыҙ, уларҙы йыуындырғанда өс өлөш һыуға  бер өлөш алма һеркәһе лә ҡушығыҙ. Был хайуандарҙың йөндәрендә йәшәүсе бактерияларҙы юҡ итә. Алма һеркәһенең еҫен бетсәләр ҙа өнәп бөтмәй. 

- һыу торбаһын таҙартҡанда, ярты сынаяҡ аш содаһын бер сынаяҡ аш һеркәһе менән һүндерергә лә ҡатнашманы торба буйына ҡойоп, ярты сәғәткә ҡалдырырға.

- шулай уҡ аш һеркәһе менән күгәреп-бәҫләнеп торған стеналарҙы ла таҙартырға мөмкин. Бының өсөн һеркәне бысраҡ урынға һиптереп сығырға ла ярты сәғәттән таҙа сепрәк менән һөртөп алырға ғына ҡала.

-һеркә кейем-һалымды үтекһеҙ ҙә яҙырға булышлыҡ итә. Уны 1:3 нисбәтендә һыу менән ҡушып, еүеш әйбергә һиптерергә һәм киптерергә элергә.

https://bashgazet.ru

 

Автор:
Читайте нас: