Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь 2022, 13:20

Илеш районында махсус пункт булдырылды

Бында Донбассҡа киткән яҡташтар үҙҙәрен тәртипкә килтереп, туҡланып, ял итеп китә.  

Илеш районында махсус пункт булдырылды
Илеш районында махсус пункт булдырылды

Башҡортостан – ҙур республика, алда иһә оҙон юл тора, шуға ла улар өсөн бындай ял бик кәрәк. Был пункт – яугирҙәр өсөн тыуған ерҙәрендәге һуңғы туҡтау урыны ла булып тора.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шәмбе көндө район башлыҡтары ҡатнашлығында үткәргән кәңәшмәлә пункт ойошторорға ҡушты, ә инде йәкшәмбелә бында Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Борай һәм Мишкә райондарынан тәүге ир-егеттәрҙе ҡабул иттеләр.

– Был пунктты биш сәғәт эсендә ойошторҙоҡ, бөтә предприятиелар ҙа ярҙам итте. Юлсылар тиҙ генә инеү юлын эшләне, төҙөлөш ойошмалары бинаны рәткә килтерҙе, егеттәр йыуына алһын өсөн “санитар” зонаны йыһазландырҙы, уҡытыусылар өҫтәлдәр ҡуйыуҙа ярҙамлашты. Бер юлы ашарға ла әҙерләнеләр: бында иһә эшҡыуарҙар, беҙҙең юл буйы кафелары хужалары, ауыл хужалыҡтары, сауҙа ойошмалары ярҙам итте. Егеттәргә уңайлы булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышлыҡ. Уларҙың күңелен күтәреү өсөн концерт ойошторҙоҡ, райондың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының вәкилдәре егеттәр менән аралашты, файҙалы кәңәштәр бирҙе, уларҙың тәжрибәһе бар бит. Мулла яугирҙәргә юл сүрәһен уҡыны,   – тип белдерҙе Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Район башлығы әйтеүенсә, егеттәрҙе бөтә ил менән ҡаршы алалар һәм оҙаталар: район үҙәге Үрге Йәркәй халҡы, пункт уның эргәһендә урынлашҡан, юлға аҙыҡ-түлек алып килә: консервалар, икмәк, печенье һәм тәмлекәстәр. Бының өсөн айырым өҫтәл бүлгәнгән, унан һәр кем теләгән әйберен ала.

Башҡортостандан бер яугир ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын, йылы аш ашаһын өсөн пункт тәүлек әйләнәһе эшләй. Бөгөн төндә Белорет егеттәре пунктта туҡтаған. Илештәр иһә һәр ил һаҡсыһын йылы итеп ҡаршылып, хөрмәт күрһәтеп ҡалырға әҙер.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ”.        

https://bashgazet.ru

Илеш районында махсус пункт булдырылды
Илеш районында махсус пункт булдырылды
Автор:
Читайте нас: