Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2022, 10:07

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә

Бының өсөн 2 кг кәбеҫтә, 2 эре кишер, 1 эре сөгөлдөр, тәменә ҡарап һарымһаҡ, әсе борос алына. 

Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә
Сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтә

Маринад өсөн: 1л һыу,150 гр шәкәр, 2.5 аш ҡалағы тоҙ, 2 лавр япрағы, 3 хуш еҫле борос, 150 гр 9% аш һеркәһе.
Маринадты әҙерләгәндә барыһын бергә һалып ҡайнатабыҙ ҙа, ҡайнап сыҡҡас аш һеркәһен ҡушабыҙ.
2 кг кәбеҫтәне шаҡмаҡлап турап сығабыҙ. 2 кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, йәки ваҡ итеп турайбыҙ.
Хәҙер инде кәстрүлгә ҡатлап-ҡатлап һалыр кәрәк буласаҡ: башта кәбеҫтә, унан кишер-сөгөлдөр-кәбеҫтә...
Һәр ҡатҡа ваҡлап туралған һарымһаҡ һибеп сығырға. Әскелт яратыусылар әсе борос турап ҡуша ала. Ҡайнар маринад ҡойоп, тәрилкә йә йәтешерәк ҡапҡас менән баҫтырып ҡуябыҙ. Өс көндән сөгөлдөр менән маринадланған кәбеҫтәбеҙ әҙер була.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

https://gazeta-toratau.ru

Автор:
Читайте нас: