

“Хәрби бурысын үтәгәндә яраланған “шайморатовсылар” һәм уларҙың ғаиләләре менән осраштым. Әлеге ваҡытта егеттәрҙең реабилитацияһы тамамлана, һәм тиҙҙән улар алғы һыҙыҡҡа кире ҡайтасаҡ. Әлегә иһә уларға туғандары һәм яҡындары менән бергә ваҡыт үткәрергә мөмкинлек биргәндәр.
Яугирҙәребеҙ менән республиканың уларға нисек ярҙам итә алыуын тикшерҙек. Артабан да көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Оборона министрлығына Башҡортостан яугирҙәре өсөн республикабыҙҙа госпиталь асыу тәҡдиме менән сығабыҙ. Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә. Беҙҙә бының өсөн барыһы ла бар – медицина яҡшы технологик йыһазландырылған, табиптарҙың кәрәкле тәжрибәһе бар, шул иҫәптән ялан хирургияһы буйынса ла – уларҙың күбеһе Донбассҡа барҙы.
Егеттәрҙең кәйефе хәрби, әле Ватанды һаҡлаған яҡташтарына тиҙерәк ярҙам итергә ынтылалар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ, улар өсөн бик борсолабыҙ.
Һеҙҙе ныҡ хөрмәт итәбеҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Ғаиләләрегеҙгә ярҙам итербеҙ, борсолмағыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".
https://bashgazet.ru