Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Октябрь , 05:56

Байрам һыйы

Бик тәмле, һутлы, татлы ғына гөбәҙиә рецебы.

Байрам һыйы
Байрам һыйы

Ҡамыр өсөн:

он 2 ст.
һыйыр майы (мөмкин маргарин): 100г.
йомортҡа 1шт.
ҡаймаҡ 50г.
ҡабартҡыс (сода ла ярай) 1 балғалаҡ
тоҙ 1/2 балғалаҡ

Эслек өсөн:

дөгө ярты стакан
бешкән йомортҡаның ағы 2 шт.
кипкән емештәр (йөҙөм, өрөк) 150г.
ҡыҙыл эремсек 200г.
аҡ май (һыйыр майы) 150г.

Өҫтөнә һибергә:

он 1/3 ст.
аҡ май 35г.
шәкәр 1 ҡалаҡ

Ҡамырҙы баҫып, ике өлөшкә бүлеп һалып торабыҙ.
Эслек өсөн дөгө, йомортҡаны бешереп алабыҙ. Кипкән емештәргә ҡайнаған һыу ҡойоп ултыртып торабыҙ.
Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, беренсе ҡатҡа дөгө, өҫтөнә ҡыҙыл эремсек, йомортҡаның ағын ҡырғыс аша үткәреп һалабыҙ. Артабан йөҙөм, өрөктө турап һалабыҙ. Мул итеп өҫтөнә аҡ май турап һалғас ҡапҡасын йәйеп, бәлеште ябабыҙ һәм ситтәрен матур итеп бөгәбеҙ.
Өҫтөнә һибергә он менән майҙы шәкәр һалып ыуабыҙ.
Ҡыҙыу мейестә 25-30 минут бешә.

Сығанаҡ: https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_971%2Fall

Байрам һыйы
Байрам һыйы
Автор:
Читайте нас в