Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Октябрь , 12:38

Баландың файҙаһы тураһында.

Балан сәйе сәламәтлекте нығыта, тынысландыра. 1 ҡалаҡ баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 мәртәбә 1/2 стакан эсергә.

Баландың файҙаһы тураһында.
Баландың файҙаһы тураһында.

Балан емешен гастритты, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау, һейҙек ҡыуыу өсөн ҡулланалар. Балан йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә дә ярҙам итә.
Витамин етмәгәндә балан бер тигән дауа.

Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һуты әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1-2 аш ҡалаҡ баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.

Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.

Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк.

Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.

Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.

Баландан әҙерләнгән тәм-томдар сәламәтлеккә ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта.

Фото: vegetarianskie-recepty.ru

https://vk.com/avulselo

Баландың файҙаһы тураһында.
Баландың файҙаһы тураһында.
Автор:
Читайте нас в