+30 °С
Болотло


3 йомортҡаны яҡшылап туғлап, уға 12 ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ һәм блендер менән 2 минут ҡабартып алығыҙ. Әлеге массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон һутын өҫтәп, тағын бер аҙ туғлағыҙ. Унан һуң 12 ҡалаҡ он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс һалып, тағын болғатығыҙ.
Әҙер ҡамырҙы, майланған табаға һалып, 180–200 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 20–25 минут самаһы бешерергә
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Эльмира Ғәлимйәнова рецебы