Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь , 10:01

"Ҡәйнә теле" салаты

Был тураманы әҙенрләү өсөн ҡабаҡ, помидор, татлы борос, көнбағыш майы һәм тәмләткестәр кәрәк буласаҡ. 

"Ҡәйнә теле" салаты
"Ҡәйнә теле" салаты

“Ҡәйнә теле” турамаһы Уның өсөн кәрәк: - ҡабаҡ – 2 кг (тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылғандан һуң); - помидор – 1 кг; - болгар боросо – 3-4 дана; - һарымһаҡ – 2 теш; - әсе борос – 1 дана; - көнбағыш майы – 1 стакан; - тоҙ – 2-3 аш ҡалағы; - шәкәр – 1 стакан; - аш һеркәһе – 100 мл. Помидорҙы йыуып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ҡабығын әрсергә кәрәк. Һуңынан помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ (блендер менән иҙергә лә мөмкин). Болгар боросо менән әсе боросто нәҙек кенә итеп һаламлап турайбыҙ. Һарымһаҡты ваҡлайбыҙ. Ҡабаҡты турайбыҙ. Помидор массаһын ҙур кәстрүлгә һалып, ҡайнатып сығарабыҙ һәм боростарҙы, һарымһаҡты, ҡабаҡты ҡушып, талғын утта 50 минут ҡайнатып алабыҙ. Артабан көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәп, йәнә 10-15 минут ҡайнатабыҙ. Һуңынан стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға һәм әйләндереп ҡуябыҙ. 700 грамлыҡ менән 6 банка салат сыға. Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

hakmar.ru

"Ҡәйнә теле" салаты
"Ҡәйнә теле" салаты
Автор:
Читайте нас в