Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь , 17:17

Кәбеҫтәнән запеканка

Төрләндереп бешерһәң, көн һайын ашаған йәшелсә лә ялҡытмай.  

Кәбеҫтәнән запеканка
Кәбеҫтәнән запеканка

Бының өсөн бер килограмм кәбеҫтә, 800 грамм ит фаршы, 500 грамм картуф, өс баш һуған, биш йомортҡа, 120 миллилитр һөт, 200 грамм ҡаймаҡ, тоҙ, ҡара борос кәрәк.

Әҙерләү:

Башта кәстрүлгә һыу ҡайнатып, кәбеҫтәне бөтөн килеш һалабыҙ. Япраҡтары айырылып сыҡҡас, ике минут ҡайнатабыҙ ҙа уны һыуҙан алабыҙ. Ҡаты ерҙәрен ҡырҡып ырғытабыҙ.

Һуған маннән фаршты үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Картуфты ҡырғыс аша үткәреп, фарш менән бергә ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ, борос һибеп һәйбәтләп бутайбыҙ.

Айырым һауытта һөт менән йомортҡаны туғыйбыҙ. Бешерә торған формаға төбө ҡапланғансы кәбеҫтә япраҡтарын теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә эслектең яртыһын, һөт ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Икенсе ҡатын шулай уҡ эшләйбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып 40 минут бешерәбеҙ. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән бирәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: fotoxcom.ru

https://bashgazet.ru
Кәбеҫтәнән запеканка
Кәбеҫтәнән запеканка
Автор:
Читайте нас в