+30 °С
Болотло


Киске ашҡа картуфтан ошолай итеп запеканка бешерергә була.
Бының өсөн 400 гр фарш, башлы һуған, томат пастаһы,ҡаймаҡ, сыр һәм 5 бешкән картуф кәрәк була.
Фаршты һуған менән бергә ҡурып алабыҙ ҙа томат һәм тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Бер аҙ быҡтырабыҙ һәм уттан алабыҙ.
Бешкән картуфты иҙәбеҙ һәм бер-нисә өлөшкә бүләбеҙ.
Хәҙер инде әҙер формаға ҡатлап һалырға ғына ҡалды.
Картуф ➡ эслек ➡ сыр ➡ йәнә картуф менән сыр.
Запеканканы 200°та 10 минут бешереп алабыҙ
Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!