Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь , 22:56

Ноябрь айына бәйле һынамыштар

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр. 2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә. 

Ноябрь айына бәйле һынамыштар
Ноябрь айына бәйле һынамыштар

3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана.

4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.

5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята.

8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара

9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.

12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр.

20 ноябрь боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай.

21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр.

22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр.

24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор.

28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй.

30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

                             ***
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.
Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
ejansura.ru

Ноябрь айына бәйле һынамыштар
Ноябрь айына бәйле һынамыштар
Автор:
Читайте нас в