Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ноябрь , 10:10

Сейәнән эремсекле бәлеш

Был тәмле бәлеште әҙерләү өсөн беҙгә түбәндәге ингредиенттар кәрәк буласаҡ:  

Сейәнән эремсекле бәлеш
Сейәнән эремсекле бәлеш

он – 150 грамм;

аҡ май – 80 грамм;

һөт – 1-2 аш ҡалағы;

йомортҡа һарыһы – 1;

шәкәр пудраһы – 1 аш ҡалағы;

семтем тоҙ.

Эслек өсөн: һөйәкһеҙ сейә - 250 грамм;

йомшаҡ сыр - 200 грамм;

эремсек – 150 грамм;

ҡаймаҡ - 100 грамм;

шәкәр – ¾ стакан;

йомортҡа - 2;

ванилин – 1 ҡап;

крахмал – 1 аш ҡалағы.  

Әҙерләү: Ондо иләргә лә уға тоҙ менән шәкәр пудраһын өҫтәргә. Шунан киҫәктәргә бүлеп, һыуыҡ аҡ майҙы һәм йомортҡа һарыһын ҡушырға. Бөтәһен бергә ыуаларға. Унан һөт ҡойоп, ҡамыр баҫырға. Тик һөттө яйлап ҡына, бүлеп-бүлеп ҡойоғоҙ. Самалағыҙ, артыҡ булғандай тойолһа, ҡоймағыҙ. Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, ситтәрен ҡалҡытып табаға урынлаштырығыҙ. Унан төбөн сәнске менән тишкеләп һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Ул арала эслек әҙерләйбеҙ. Эремсекте йомшаҡ сыр менән бергә бутайбыҙ. Уға шәкәр, ҡаймаҡ, ванилин, йомортҡа ҡушырға, яҡшылап болғатырға. Ә сейәгә крахмал һалабыҙ. Һыуытҡыстан ҡамыр йәйелгән табаны алып, уға эремсекле ҡатышманы,аҙаҡ крахмал менән буталған сейәне уның эсенә батырынҡырап һалырға. Бәлеште 40 - 50 минут 170 градуслыҡ эҫе духовкала бешерергә.

Сығанаҡ һәм фото:ataisal.com

Сейәнән эремсекле бәлеш
Сейәнән эремсекле бәлеш
Автор:
Читайте нас в