Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь , 13:50

"Йөрәк" печеньеһы

Йомшарған аҡ майҙы шәкәр, ванилин, тоҙ ҡушып, миксер менән туҡыйбыҙ. Йомортҡа ағы өҫтәгәс, йәнә яҡшылап туҡыйбыҙ. Шул массаға он һалабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына килеп сығырға тейеш.

"Йөрәк" печеньеһы
"Йөрәк" печеньеһы

Әҙер ҡамырҙы кондитер шприцына (тоҡсайына) һалабыҙ ҙа, насадкаһы менән пергамент түшәлгән табаға төшөрәбеҙ. Печенье "Йөрәк" тип аталһа ла, һеҙ үҙегеҙгә теләгән башҡа форманы ла бирә алаһығыҙ.
Печеньены 180 градуста 12 минут бешерергә. 

Шулай итеп, эшлнеше ябай ғына булған печенье өсөн 190 гр аҡ май, 75 гр шәкәр оно, семтем тоҙ, ванилин, 1 йомортҡа ағы  һәм 225 гр он кәрәк булыр. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

https://ejansura.ru

"Йөрәк" печеньеһы
"Йөрәк" печеньеһы
Автор:
Читайте нас в