Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь , 15:05

Һуңлаған үкенеү (хикәйә)

Бәхет бит ул алма түгел,   Бешеп бөткәс, өҙөп алырға.    Бәхет бит ул тауар түгел,   Кәрәккәндә һатып алырға.  

Һуңлаған үкенеү (хикәйә)
Һуңлаған үкенеү (хикәйә)
Зәйтүнәнең ошо осор ниңәлер һаулығы ҡаҡшап тора, тик-томалдан ҡул-аяҡтары тартыша. Иренең хәлен белергә барғанда бер юлы үҙе лә табиптарға күренгәйне, «нервыларың ҡаҡшаған», тип укол тәғәйенләп ҡайтарҙылар.
Бик ауыр эш эшләп барманы ул. Ошо йәшкә тиклем әсәһе, ҡәйнәһе булды, улар ярҙам итеп торҙо. Саматы уның өсөн өҙөлөп торһа ла, нишләптер уға күңеле ятманы шул, үҙенән ун йәшкә оло булғанғамы. Ата-әсәһе, беҙ әле тере саҡта кейәүгә сығып ҡал, буласаҡ ейәндәрҙе һөйөп, ҡарашып ҡалырға кәрәк, тине. Күрше ауылдан берәүгә, совхоз малына укол һалғылап, һыйырҙарҙы быҙаулатып йөрөүсе Самат тигән егеткә көсләп тигәндәй биреп ебәрҙеләр. Ул Зәйтүнәнең атаһына берәй йомошо төшһә, килгеләп, сәй эсеп китә торғайны. Әсәһе лә: «Бынан да, балам, аҡыллы егет тапмаҫһың, үҙе тыныс, ауыл ерендә эшләргә һөнәре бар, ата-инәһе лә арыу ғыналар, мин бит уларҙы йәштән беләм», – тине.
Тик Зәйтүнәләрҙең балалары ғына булманы. Ғәйеп кемдә булғандыр, береһе лә табиптарға барып күренмәне. Атаһы ейән һөйә алмай үлеп китте. «Балаһыҙ өй – буш өй», әсәһе әйтмәксе. Зәйтүнә бала алырға тип, сабыйҙар йортона сиратҡа торҙо. Өс йыл түҙемһеҙләнеп шылтыратыу көттө. Ниһәйәт, «Беҙ һеҙҙе шул көндә, шул сәғәттә көтәбеҙ», – тигән һөйөнөслө хәбәр алдылар.
Иртәгеһенә таң һарыһынан ире менән, төйөнсөктәрен төйнәп, оҙон юлға сыҡтылар. Автобуста барғанда, ҡатын уллыҡа ала торған сабыйҙы күҙ алдына килтерҙе. Ниндәйерәк баланы күрһәтерҙәр икән, әгәр оҡшамаһа, икенсе диндеке булып ҡуйһа, әллә баш тартырғамы. Барғас, беҙ кире уйланыҡ, тиерҙәр ҙә ҡуйырҙар. Башында шундайыраҡ уйҙар ҡайнаны. Ҡапыл түше сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Аптырап, кеше күрмәгәндә генә, күкрәген тотоп ҡараны, һөткә тулышып ҡатып киткән һымаҡ тойолдо. Тағыла нығыраҡ һулҡылдап һыҙлай башлағанға тешен ҡыҫып, күҙҙәрен сатырман йомдо…
Студент саҡ, һигеҙ класты ғына бөтөп, Ырымбур өлкәһендә һатыусылар һөнәренә уҡып йөрөгән сағы. Ял көнө ине, үҙенән ҙур сумкаларын саҡ һөйрәй-һөйрәй, тыуған ауылының тәбиғәтенә һоҡланып, йәйәүләп ҡайтып килә. Ярата ул шулай, бала саҡтан йөрөп уҡып сыныҡтылар бит инде, унан ҡалһа, был яҡтарға автобус та йөрөмәй. Трактор йә машина ғына үтмәһә инде. Ә инде йәй күңелле, бигерәк тә бесән, урып йыйыу ваҡыты етһә. Ысынлап та, бер-ике километр юл үттеме-юҡмы, артынан саң борлатып геүләп, «КамАЗ» килеп туҡтамаһынмы! Ауыҙына тәмәкеһен ҡапҡан шофер ҡыҙға ҡысҡырҙы: «Ниңә йөгөңде ыҙаланып күтәреп ҡайтып киләһең, һыбай менеп кенә ҡайтмай? Әйҙә, тиҙерәк ултыра һал, беҙҙең дөл-дөл бер урынында оҙаҡ торорға яратмай».
Зәйтүнә тәүҙә сумкаларын бер-бер артлы үргә ырғытты ла, аҙаҡ үҙе саҡ менеп ултырҙы. Яратмай ул ошондай бейек машиналарға ултырырға. Ауыҙындағы төтөнөн тәҙрә аша өрөп, ҡыҙға күҙ һирпеп алғас: «Сибәрҙәрҙән сибәр ҡыҙ ҡайһы яҡтарҙан ҡайтып килә?» – тип һүҙ ҡушты шофер. Зәйтүнәнең былай ҙа бая ғына әйткән һүҙҙәренә асыуы килә ине, шуға һорауға яуап бирмәүҙе хуп күрҙе. Эстән генә: «Камазисмын тигәс тә, ҡыҙҙарҙан көлөргә тимәгән дә инде. Һәр хәлдә йәлләп, үҙе күтәреп мендерергә тейеш ине!» – тип әрләне. Егет: «Суҡынғыр, ҡалай үҙе сиған ҡыҙҙарына оҡшап тора бит әле, ҡашының араһына инһәң, аҙашып китмәм тимә, ә күҙҙәренең ҙурлығы!» – тип, үҙенсә ҡыҙға һоҡланып, сутырмаҡлы юлдан бара бирҙе.
– Кем тип әйтәйем, һеңлекәш, бөгөн уйынға килһәм, исемеңде белеп ҡуяйым, – тип Ғәлләм ҡыҙға ҡараш ташланы. Әйтергәме, әйтмәҫкәме тип оҙаҡ уйланып бара биргәс, шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә булды Зәйтүнә, үҙе лә алдашҡан кешене яратмай.
Ул көндө ҡыҙ клубҡа сыҡманы. Егет тә килмәгәндер, былай булһа әхирәттәре ят егетте әллә ҡасан килеп һөйөнсөләрҙәр ине. Өс көн торғас, ҡыҙ бер аҙналыҡ практикаһын үтергә тип, кире ҡалаға барырға йыйынып йөрөй ине, кемдер берәү ныҡ ҡына итеп ишек шаҡыны.
– Әсәй, кем икән, ҡарале!
Әсмә апай:
– Минең ҡул ҡамырлы лаһа, – тигәс, Зәйтүнә һөйләнә-һөйләнә: «берәй бала-сағалыр инде, йөрөйҙәр шунда шаярып», – тип ишекте асҡайны, йылмайып, үҙен ултыртып алып ҡайтҡан Ғәлләм тора.
– Сәләм, ҡараҡай! Төшкө ашҡа туҡтаныҡ та, һинең хәлде белеп китәйем тинем, әгәр үпкәләмәһәң, – тип мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайҙы. Ҡыҙҙың юлға йыйналыуын белгәс, тиҙ генә күрше ауылға автобусҡа илтеп ҡуйҙы. Юл буйына һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Автобусҡа ултырырға йөрөгәндә, егет ҡыҙҙың ҡулын оҙаҡ ебәрмәй, күҙенә тура ҡарап:
– Зәйтүнә, беләһеңме, мин һине тәү күргәндә үк оҡшаттым. Ярай, хәйерле юл, һин ҡайтҡансы беҙ бында буласаҡбыҙ әле, күрешербеҙ, алла бирһә! – тип оҙатып ҡалды.
Баҡһаң, уларҙы ошо районға ярҙамға уңыш йыйырға ебәргәндәр икән, сират Зәйтүнәләрҙең совхозына еткән. Ҡыҙ практикаһын бөтөрөп ҡайтыуға, ауылдарында эш ҡайнай ғына ине. Төнгөлөккә башҡа ҡыҙҙар менән ырҙынға иген таҙартырға сыҡты. Нимә-нимә, ул хәҙер Ғәлләме менән бергә. Егетен хатта әхирәттәренән дә көнләшә башланы ул. Уныһы бик шуҡ ҡына булып сыҡты. Ҡыҙҙарының был сит егет менән сыуалыуы ата-әсәгә оҡшап етмәне. Ун бише лә тулмаған баланы алдап, харап итеп ҡуймаһын инде, тинеләр. Атаһы былай ҙа ҡаты кеше, Әсмә апайҙы һәр ваҡыт иҫкәртеп торҙо. «Ул ялбыр башың бала ҡосаҡлап ҡайтһа, икегеҙҙең дә был өйҙә эҙегеҙ булмаясаҡ, уның унда эш тип йөрөй тиһеңме, тфү, әйтер инем инде бер һүҙ», – тип һүгенеп сығып китте.
Зәйтүнә атаһының холҡон бик яҡшы белһә лә, уға барыбер ине. Ярата бит ул Ғәлләмен, унһыҙ бер көнөн дә күҙ алдына килтерә алмай. Күҙҙәрен йомһа ла ул, йоҡоһонан торһа ла ул. Төндәрен икәүҙән-икәү бергә булғанда, Ғәлләм һәр саҡ һөйгәнен тынысландырып: «Берҙән-берем минең, һин ниндәй хәлдә булһаң да мәңге ташламаясаҡмын. Әйҙә, мин һине иртән үк кәләшлеккә һоратам!» – тип бышылдап ҡына эҫе тынын өрһә, Зәйтүнәгә шул тиклем рәхәт, болоттар өҫтөндә йөҙәме ни.
Көндәр һиҙелмәй үтте лә китте. Ғәлләмдәрҙең дә бригадаһы эштәрен бөтөп, иртәгә ҡайтып китергә тейеш. Йәштәр бөгөн төнө буйына керпек тә ҡаҡмай, таңды ҡаршыланы. Егет эштәрен бөтөрөп тыуған яғына ҡайтып килгәс тә, Зәйтүнә уҡыған ергә, һис шикһеҙ, килергә һүҙ бирҙе.
Ҡалаға барып ятаҡҡа урынлашып, бер аҙна ла үтмәне, Зәйтүнә егетенә ике табаҡ хат яҙып һалды ла, инде көн дә тиерлек унан яуап көтә башланы. Уға хәҙер уҡыуы ла ҡыҙыҡ түгел, дәрестә яңағына таянып, Ғәлләме менән бергә булған көндәрен күҙ алдына килтереп тик ултырҙы. Бүлмәләш ҡыҙҙары егеттәре менән хихылдашып, шаярыша. Быға тиклем гел бергә егеттәрҙе үсектереп, көлдөрөп йөрөүсе Зәйтүнәнең йәйге ялдан үҙгәреп килеүенә иптәштәре хайран булды. Берәй нимә һорап, һүҙ ҡушһалар, «эйе, юҡ», тип кенә яуап бирә.
Бер шулай дәрестә ултырғанда, ҡапыл күңеле болғанып, башы әйләнеп, ауырып китте. Уҡытыусынан һорап ҡайтып, бүлмәһендә ике көн ҡоҫоп ауырып ятты. Нимә булғанын үҙе лә белмәне. «Тиҙ ярҙам» машинаһы саҡыртайыҡ тигәйнеләр, «Хәҙер үтә ул, берәй ярамаған нәмә ашағанмындыр», – тип баш тартты. Бер-ике ай үттеме, кәүҙәһенә ит ҡунып, бәләкәй генә түштәре тығыҙлана төштө. Байрам осоронда ялға ауылына ҡайтҡайны. Әсәһе аулаҡта ғына: «Һинең, ҡыҙый, әллә берәй нәмәң бармы, анау килмешәк менән тиктәҫкә көнө-төнө йөрөмәнегеҙ», – тип бармағын һелтәп, тиргәштереп алды. Зәйтүнә: «Ошо әсәм булһа, буштан кешене әрләр ҙә йөрөр», – тип, ишеген шартлата ябып сығып китте. Артынан Әсмә апай һаман: «Ҡара уны, беҙҙе бөтөн ауылға рисауай итеп йөрөп кенә ҡара!» – тип ҡысҡырып ҡалды. Уға ла анһат түгел шул. Үҙе әле бала ғына, алданып ҡуйып, буйға уҙһа. Кеше һүҙенән бигерәк, ире нишләтә уларҙы.
Ҡыҙ егетенән тәки яуап көтөп ала алманы. Төндәрен мендәргә ҡапланып, шым ғына, бүлмәләш ҡыҙҙарын уятып ҡуймайым, тип күҙ йәштәрен түкте. Булған төйөндө нисек кенә йәшерергә теләһәң дә, кеше күҙенән ҡасырып булмай икән шул. Зәйтүнәнең дә ҡорһағы яйлап беленеп, йөҙөн тут баҫа башланы. Инде бындай хәлдә, ата-әсәһенең күҙенә күренергә ҡурҡып, ятаҡта ғына ҡалырға булды. Шулай ҙа кураторҙары ҡыҙҙың хәлен белгертеп, яҡындарына хат яҙмай булдыра алманы. Ярай әле ул сәләмде атаһына тоттормағандар. Әсәһе уҡып, ҡан баҫымы күтәрелеп, өйөнә табип саҡыртып, өс көндән һуң хәл алып, Зәйтүнә уҡыған ергә килеп етте. «Инде ул баланы әрлә-әрләмә, булыры булып, уңыры уңғас инде» тип, поликлиникаға алып барып тикшереү үткәндән һуң, ҡатын-ҡыҙҙар ҡараусы табипҡа үҙе генә инеп сығып кәңәшләшергә булды.
– Йәш бала, ышанған, яратҡан. Әле уға уҡыуын тамамлау тора. Ә егетенән бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ, әллә адресын да алдап биргән – кем белә. Үҙе шулай шылғаяҡ кешелер, баламды харап итте, – тип, түҙмәй, ултырған еренән илап ебәрҙе Әсмә апай. Йәш кенә табип ҡатын, кескәй генә күҙлеге аша Әсмә апайға тишеп ҡарап, татарсалап тиргәп ташланы.
– Хәзер килеп, ништәп миңа ул сүззәрегезне сойлап ултрасыз, вакытында нима караныгыз, мына сез ана кеше, хазер бит биш айлык, инде ул йомарлакка йан инган, үзегезнен ниса балагыз бар, әле кызыгыз үзе ризамы-түгелме, баласын алдыртырга? – Ул Зәйтүнәне саҡырып индерҙе.
Әсмә апай сығып, башын тотоп коридорҙа оҙаҡ ултырҙы. «Нишләргә, юҡ, былай ғына улар менән һөйләшеп булмаҫ, әллә аҡса төртөп ҡарарғамы?» Иҙән йыуып йөрөүсе оло ғына апай, хәлен белгән кеүек, уның янына килеп ултырҙы ла:
– Һеңлекәш, хәлеңде аңлап торам, былар артынан йөрөп ваҡытыңды уҙғарма, теге бала табыу йортона барып, шундағы Галина исемле табип менән һөйләшеп ҡара, – тип кәңәш бирҙе.
Уңғансы булмай, бер талай ҡағыҙҙарын тотоп, баяғы кабинеттан ҡыҙы килеп сыҡты. Дауаханаға ятырға ҡушҡандар икән, ҡан баҫымы түбәнәйеп киткәнме. Әсмә апай Галинаны эҙләп китте. Күреп, үҙҙәренең хәлен түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, тегеһе әҙерәк аңлағандай, уйланып ултыра бирҙе.
– Хәҙер беҙҙә ятып шәбәйеп алһын, баланан баш тартырға булғас, ете айҙан һуң бында тыуҙырырға килә инде. Ҡыҙығыҙҙы иҫәпкә ҡуябыҙ, килеп күренеп йөрөргә тейеш. Ваҡыты еткәс, һеҙгә хәбәр итербеҙ, – тине табип тыныс ҡына һөйләшеп.
Ҡыҙына таҫтамал, халат кеүек кәрәк-яраҡ алып ҡалдырҙы ла Әсмә апай ҡайтырға сыҡты. Юл буйына, әҙерәк күңелен тынысландырып, үҙ-үҙен йыуатып ҡайтты. Иренә: «Зәйтүнәнең йыйылышына саҡырттылар», – тип алдап киткәйне. Ҡыҙ төркөмдәштәренән оялып, дәрескә йөрөмәне. Дауахананан сыҡҡас, күптәнге танышы уға бер фатирҙың адресын тотторҙо. Бер оло ғына апай янына. Яңғыҙы йәшәй икән, ире үлгән, балалары булмаған, төҙөлөштә маляр булып эшләй. Марина апай, ҡыҙ баланы йәлләп, теге егетенә үҙе хат яҙып ҡараны. Сәләмде алып уҡыһа, аңлап килеп етер, бәлки, тип уйланы. Юҡ, тилмереп көтөүҙәре бушҡа булды. Егет үҙе лә тереме, үлеме икәнен белгертмәне, яуап хаттар булманы.
Ун көндән инде Яңы йылда етә, тип күңелләнеп көтөп йөрөгәндә, Зәйтүнәне дауаханаға саҡырттылар. Әсәһе лә килеп етте. Төнө буйы йоҡламай, Марина апай менән икәүләп ҡыҙының иҫән-аман ҡотолоуын теләп, бар белгәндәрен уҡынып ултырҙылар. Апай үҙе башҡорт икән, исеме урыҫса булһа ла. Зәйтүнә ҡурҡышынан өшөп ҡалтыранып тик ятты, сестралар килеп эсен баҫып ҡарайҙар, ауыртыуға түҙә алмай, ҡапыл ҡысҡырып ебәрә, береһе килеп беләгенә система ҡуйып китте. Ярай әле үҙен айырым бер бүлмәгә һалып ҡуйҙылар. Коридорҙан үткән йөклө ҡатындар муйындарын һуҙып, «быныһы кем тағы» тигән шикелле, ҡарап китәләр. Ятып-ятып башынан төрлө уйҙар үтте. Ғәлләме, исмаһам, мин командировкала, тип яҙһа ла, бындай уҡ хәлгә барып етмәҫ ине. Әсәһен тыңламайса тағы булмай. Ысынлап та, әлегә бер ниндәй ҙә һөнәре юҡ, йә уҡып бөтмәгән, тағы йыл ярым ваҡыты бар. Балаһын ҡосаҡлап атай йортона ҡайтып ултыра алмай. Ауылда хәбәр тиҙ таралыусан. Ул ҡалала ла бик сығып барманы.
Ҡапыл билен нимәлер ныҡ итеп өтөп алды, ауыртыуға сыҙай алмай, ҡысҡырып илап ебәрҙе, баяғы нәмә тағы, тағы ҡабатланды. Бөгәрләнеп иҙәнгә төштө, түҙмәй, эсен ыуалап, имгәкләп йөрөй башланы. «Эй, Хоҙайым, ниңә мине шулай ыҙалайһың, ваҡытынан алда тыуасаҡ баламдың ҡарғышын ебәрәһеңме миңә?» – тип сеңләп-сеңләп иланы. Инде хәҙер үҙенән-үҙе көсәндерә башланы, ҡурҡышынан ишекте асып, стенаға тотона-тотона, сестралар ултырған ергә саҡ барып етте. Шул арала йылы ғына нимәлер бото буйлап ағып та китте. Тегеләр, ҡатынды күреп, йүгерешә башланы. Тиҙ генә ваҡ-төйәктәрен әҙерләп, мендереп һалғайнылар, Зәйтүнәнең иҫе китте лә ҡуйҙы. Табипты саҡыртып, ятҡан килеш система ҡуйып, сикәһенә һуғып, саҡ уятып алдылар. Шулай ыҙаланып саҡ тыуҙырҙы. Ҡатын сабыйының илаған тауышын ғына ишетте лә ҡабат йоҡлап та китте, күҙҙәрен асҡанда палатала ята ине. Янында ятҡан ҡатындар һөйләүе буйынса, уны носилка менән алып килеп һалғандар. «Бәхетле әсәләр, сеп-сей сабыйҙарына көлөп-йылмайып, хәбәр ҡушҡан булалар, әле улары күҙҙәрен дә асмаған», – тип эстән генә көнләшеп алды йәш әсә.
Уңғансы булмай, тыш яҡтан тәҙрәгә кемдер берәү ҡаты ғына ҡар йомғағы ырғытты. Берәүһенең ире икән, тәҙрә тупһаһына менеп, тегеһе бәпесен күрһәткән булды. Сестралар инеп, ҡатындарҙың фамилияларын әйтеп, сабыйҙарын өләшәләр. Улары шуны ғына көткәндәй, кескәй генә ирендәрен супылдатып, әсәләренең түшен эҙләйҙәр. Зәйтүнәнең дә күкрәге һөт менән тулышҡан, һыҙлап ҡуя. Һөтө аҡмаһын өсөн яулыҡ менән һыҡтырып бәйләп ҡуйҙы. Коридорға сығып китеүе була, бүлмәләш ҡатындар бышылдығы сығып йәш ҡатынды тиргәй башлайҙар. Зәйтүнә быларҙы күреп, ишетеп, тиҙерәк сығып киткеһе килде. Тағы бер төн йоҡлағас, тикшерелеү үтте, сестра ҡағыҙ тултырған ваҡытта, үҙен ҡараған табип әйтеп ҡуйҙы: «Һиңә ныҡ һаҡланырға, тағы ла өҫтәп дауаланырға кәрәк, үҙ-үҙеңде һаҡлап ҡарамаһаң, тормошҡа сығып, бала табырға уйлаһаң, бик ауырға тура киләсәк», – тип кәңәш бирҙе. Әйберҙәрен йыйнап, коридор буйлап сығып барғанда, ишеге асыҡ торған бүлмәгә күҙ ташланы, ап-аҡ оҙон өҫтәлдәргә теҙеп, сабыйҙарҙы төрнәп һалып йөрөйҙәр, араһындағы берәүһе хәлһеҙ, нәҙек кенә тауыш сығарып эй илай. «Ул балаға әсәһенең һөтө етмәй микән, әллә берәй ере ауыртып, шуға илаймы?» – тип юл буйы уйлап барҙы ҡатын. «Ана шул төрөүле ятҡан сибек кенә сабый бала минеке булманымы икән?» тигән уй башына ла инеп сыҡманы, хатта йәлләү тойғоһо ла юҡ ине унда…
Ҡар-бурандарын уйнатып, ергә өр-яңы йыл килде. Әсмә апайҙы ла байрамды ҡаршыларға ҡалала ҡалдырҙылар. Ауыл күстәнәсе тип ҡаҙ, тауыҡ бешерҙеләр. Хәҙер уның өҫтөнән дә ҙур йөк төштө, ире янына тыныс күңел менән ҡайтып инәсәк.
Ул көндәрҙә бәләкәс Алла ғына башын борғослап, әсәһенең имсәген эҙләне, башына уратып бәйләгән яулыҡтың бер мөйөшөн эләктереп, һуҡрана-һуҡрана, супылдатып имә башланы. Быны күргән сестралар бер-береһенә ҡарашып көлөшөп алдылар. «Беҙҙең Аллаға әсәһенең күкрәк һөтө эләкмәһә лә, башҡаларға ҡарағанда бик теремек булырға оҡшай. Нисауа, шулай үҫеп етермен әле, әсәмдең иҫенә ҡасандыр төшөрмөн, ләкин һуң булыр, эйе бит», – тип береһе сабый бала өсөн яуап бирҙе. Исемде лә үҙҙәре ҡушты.
Зәйтүнә ул ҡалала ҡалмай, бер әхирәтенә эйәреп, ситкә эшкә китте. Көн-төн эшкә әүрәп, сабыйы ла онотолдо. Йәшлек мөхәббәте Ғәлләмдән һуң берәүгә лә ҡараманы, күңеле лә ятманы. Ата-әсәһе генә: «Балам, беҙ олоғайҙыҡ, атаң да саҡ йөрөй, ҡайтып әйләнһәңсе», – тип хат яҙғанға ғына ҡайтҡайны. Ауылдың мәшәҡәте бөтәме, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек. Ике бер туған ағалары бар ҙа ул, береһе ғаиләһе менән Себер яҡтарында, ҡайтҡаны ла юҡ, икенсеһе кеше әйберен урлап төрмәлә ултыра. Ҡарттарҙы Зәйтүнә ҡарамай, кем ҡараһын инде. Эшенә кире барырға уйлағайны, әсәһе сат йәбеште, ебәрмәне.
Автобустың шоферы туҡталыштың исемен ҡысҡырып әйткәнгә ҡатын ҡапыл терт итеп ҡалды, уйланып киткән икән. «Самат, әйҙә, беҙҙеке бит, бир сумканың береһен», – тип ҡысҡырҙы баҫҡыстан төшөшләй. Шул тиклем дә ауыр кеше булыр ире, һуҙылып саҡ иң арттан килеп төштө.
Балалар йорто ике ҡатлы йорт икән. Барып ингәйнеләр генә балаларҙың барыһы ла: «Моя мама пришла», – тип береһен-береһе уҙҙырып ҡысҡырышып, быларҙы ҡосаҡлап алды. Ҡурсағының сәсенән тотоп алған, төҫкә һары, сибек ҡыҙ бала ғына башҡаларға килеп ҡушылмай, ситтән генә уларҙы ҡарап тора бирҙе. Тәрбиәселәре урыҫ телендә: «Алла, һин нишләп йүгермәйһең, инәй килгән, һеҙгә күстәнәстәр алып килгән», – тип ҡулынан етәкләйем тигәйне, уныһы ҡысҡырып илап ебәрмәһенме. Тәрбиәсе ғәйепле кеше кеүек, Зәйтүнәгә ҡарап: «Бик ауыр холоҡло бала, һәр ваҡыт бер үҙе башҡаларҙан айырылып йөрөй, ҡырҡ көнлөк кенә көйө ҡалдырҙылар», – тине.
Ул көнө күрһәткән балаларҙың береһе лә Зәйтүнәнең күңеленә ятманы. Икенсе көн баяғы Алла исемле ҡыҙ менән үҙе һөйләшмәксе булды, уйынсыҡтар алып барҙы. Баяғы биш йәшлек ҡыҙ Зәйтүнә алып биргән бер уйынсыҡты ла оҡшатманы, теләһә ҡалай ташлап тик торҙо, ҡатын яҡын барһа, тыбырсынып иланы. Ире: «Әйҙә, анау малайҙы алайыҡ, йә бынауҙы», – тиһә лә, ниндәйҙер бер көслө тойғо ҡатынды баяғы һарыҡай янынан ебәрмәне. Үҙенә-үҙе шунда һүҙ бирҙе, нимә булһа ла булыр, Алланы үҙенә ҡыҙлыҡҡа аласаҡ. Тәрбиәселәр күпме генә кире ҡаҡһа ла, Зәйтүнә һүҙендә торҙо, ҡыҙҙың документтарын әҙерләргә ҡушты.
Үҙҙәренә ҡайтҡанда, алдаштырып һүҙ ҡушһалар ҙа Алла йылмайманы ла, көлмәне лә, тәҙрәгә текләп тик барҙы. Ҡатын эстән генә: «Йә, аллам, сабый ғына баланың күңелен ҡатырырлыҡ нимәләр булды икән, ҡырҡ көнлөктәй генә ҡалдырғастары, әсәһен дә белмәй бит һуң». Ҡыҙҙы үҙенә тартып, күкрәгенә ҡыҫты, киреләнеп килгән ҡыҙ бала, шуны ғына көткәндәй, мышнап йоҡлап та китте. Ауылдарына ҡайтып еткәс, Зәйтүнә баланы күтәреп алды, ире: «Бир, үҙем» тиһә лә «Юҡ»тип кенә баш һелкте.
Бала бик ныҡ үҙ-үҙенә бикләнгән ине. Төндәрен һаташып, ҡысҡырып илап ебәрә. Һуңғы осор ҡатындан бер ҙә генә айырылманы. Берәй ергә барып килергә булып, Самат менән ҡалдырам тиһә, асыуланып уйынсыҡтарын елләй башлар ине. Ире әптән алйыны: «Инде артабан был бала менән нишләмәксе булаһың, кем белә, ата-әсәһе бәлки берәй наркомандыр, юғиһә улай уҡ үҙһүҙләнмәҫ ине, алып барып ташла кире, быға тиклем яңғыҙ йәшәлгәнде, балаһыҙ ҙа йәшәрмен, әле кемдәр үҫтереп, уларҙан игелек күргәндәре бар», – тип, бер көнө ныҡ талашып киттеләр. Зәйтүнәнең дә башы ныҡ ҡатҡайны, ире лә шулай кире хәбәр һөйләп ултырғас инде.
Бер көн ял һуңынан, баланы алып, ҡала дауаханаһына барып, тикшерелеү үткәрмәксе булды. Бушҡа улайтып холҡо үҙгәрмәйҙер ул. Әсәһе менән ҡәйнәһенә донъяһын тапшырып, ҡыҙы менән алыҫ юлға сыҡтылар. Һәр кабинет һайын йөрөп хәлдәре бөттө. Анализдар, нишләптер, бер аҙнанан һуң ғына әҙер була, тинеләр. Көтмәй әмәл юҡ. Ҡайтып килер инең, байтаҡ ер, етмәһә поезд менән. Былай ҙа һелкенеп килгәнсе, бала ҡоҫоп килде. Көн үтһен тип, ҡатын Алланы ҡала буйлап йөрөттө, матур, иҫтәлекле урындарҙы күрһәтте. Ҡыҙға оҡшаны, асылып һөйләшә башланы. Йүгерҙе, уйнаны, көлдө. Быны күргән Зәйтүнәнең дә күңеле булды. Улар көноҙоно, ҡараңғы төшкәнсе бергә булды.
Иртәгә кире анализ артынан барырға. Сал сәсле, һаҡалтай табип ир, ҡатынды үҙ кабинетына саҡыртып алғас, төптән ҡыҙҙың характерын һорашты, «нишләп икенсе фамилия менән» тип һораны. Балалар йортонан алынғанын белгәс, ҡаштары төйөлөп, йөҙөн үҙгәртеп, ҡабат Алланың документтарын ҡарай башланы. «Мин һеҙҙе аңлайым, шунда ла бик насар хәбәр еткермәксемен», – тип өҫтәл артынан тороп, тәҙрә янына килде. «Балаға оҙаҡлатмай операция яһарға кәрәк, башына бик зарарлы шеш сығып килә, тик уны бында яһамайбыҙ, ҙурыраҡ дауаханаға алып барырға кәрәк, тик был эште һуңға ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәм, беҙ бөгөн үк бар документтарҙы йыйып бирәсәкбеҙ, шуларҙы тотоп барырһығыҙ, ҡабул итәсәктәр», – тип оҙатып ҡалды.
Зәйтүнә илап ебәрмәҫ өсөн тешен ҡыҫып саҡ түҙеп ултырҙы табип янында. Сыҡһа, берәү юҡ, сабый бала ғына ширлектә ятҡан әсәһенең сумкаһына башын һалып, мыш-мыш килеп йоҡлай. Уятырға ҡурҡып, янында бер аҙ һоҡланып ултырҙы. Әгәр минең үҙ сабыйым менән ошондай хәл була ҡалһа, нишләр инем. Юҡ-юҡ, кеше һөйләүе буйынса, ваҡытынан алда тыуған балалар йәшәмәйҙәр. Эйе, минең дә ҡыҙ бала ине, йома һайын шул сабыйына бағышлап хәйер һала. Әсәһе: «Балаңды күрмәһәң дә хәйерҙе исемләп бир, теге донъяла улар талаша», – тигәс, күңеле менән «Алтынай» тип исем ҡушты. Һаман тәмләп йоҡлаған балаға ҡарап: «Алла, Алтынай, икеһе лә оҡшаштар, башҡортсалап Алтынай тип атарға кәрәк», – тип уйланы. «Мамочка, почему так долго» тип тороп, ҡыҙыҡай ике ҡулын йәйеп кирелде лә, әсәһен ҡосаҡлап алды.
Ауылға ҡайтып, өйҙәгеләргә хәлде аңлатып биргәс, бер һыйыры менән быҙауын һатып ебәрҙе. Әсәһе пенсияһынан әҙерәк йыйылған аҡсаһын бирҙе. Етмәһә, таныштарҙан һорап торормон, тип уйланы.
Инде кәрәкле ҡағыҙҙар әҙер. Урын-еренә барып еткәс, ҡыҙҙы шундуҡ дауаханаға һалдылар. Зәйтүнә яҡындан бер фатирға инеп торҙо, хаҡына ла ҡарап торманы. Алтынайға операцияны өсөнсө көн тигәндә эшләнеләр. Ҡатын ул көнө ҡыҙыҡайы янынан бер минутҡа ла китмәне. Һәм, ниһәйәт, баланы аҡ бинтҡа төрөп, носилкала көйө һәләтләп реанимация бүлегенә алып инеп киттеләр. Баш хирургтың сыҡҡанын көтөп, ишек төбөндә тапанды Зәйтүнә. Улар сығып, әсә кешегә: «Операция нормально үтте, иҫенә килгәнсе реанимацияла ятасаҡ, әлегә бер нәмә лә кәрәкмәй, үҙебеҙ шылтыратырбыҙ, унда һеҙҙе барыбер үткәрмәйәсәктәр, хушығыҙ», – тип ҡабаланып китеп барҙы.
Нисектер бында һауа етмәгән төҫлө булып киткәс, ҡатын тышҡа ынтылды. Эстә ҡарап ултырһаң, бигерәк ҡурҡыныс, кемеһе илай, ҡысҡыра, берәүҙе носилка менән алып инеп китәләр, алып сығалар. Дауахана ишеген асып сыҡҡас та битенә һары япраҡтар килеп бәрелде. Ғүмер, ошо һары япраҡ саҡлы, өҙөлә барған кеүек, уйлаһаң, күңелдә ҡот осҡос һағыш. «Ете ай буйына йөрәгең аҫтында йөрөткән бәләкәс кенә йомарлаҡты, һөйгәнеңә, яҙмышыңа үс итеп, бала табыу йортонда ҡалдырып кит тә артабан уның был яҡты донъяла бармы-юҡмы икәне менән ҡыҙыҡһынма. Бәлки, ул сабый йәшәйҙер, ташлап киткән әсәһен ҡарғайҙыр. Шул уҡ ваҡытта белмәгән-күрмәгән кешеләрҙең балаһын уллыҡҡа ал да уға ярты йөрәгеңде бирерҙәй булып, янып-көйөп йөрө инде». Уйҙарға сумып, ҡайтып еттем, тигәндә генә, бүлмә хужаһы Рәйфә апай ҡаршы йүгереп сыҡты.
– Зәйтүнә, тим, тиҙ бул, әле генә хирургия бүлегенән шылтыраттылар, һиңә тиҙ генә килеп етергә ҡуштылар.
Зәйтүнәнең башы әйләнеп, сайҡалып китте. Аяҡ аҫтындағы һары япраҡтарҙы кисә-кисә, әле генә ҡайтҡан юлынан кире йүгерҙе. «Нимәләр генә булды икән балаҡайыма?» Йөрәге ҡыҫып килә. Дауаханаға аһылдап саҡ килеп инде ҡатын. Сестралар баш хирургты коридорҙа көтөргә ҡуштылар. Алтынайға операция яһаған Олег Борисович кабинетына Зәйтүнәне саҡыртып алғас: «Ҡыҙығыҙға тиҙ арала дүртенсе төркөм ҡан кәрәк, иртәгә ҡабатлап операция яһайбыҙ, һеҙҙең үҙегеҙҙеке, атаһыныҡы ярайҙыр бәлки, өсөнсө көн сәғәт иртәнге биштәр тирәһендә бында булыуығыҙ кәрәк, әлегә хушығыҙ». Ҡатын урынынан саҡ ҡуҙғалып сығып, башын стенаға терәп, уйға ҡалды. Туғандарын күҙ алдынан үткәрҙе. «Йә, кемгә генә шылтыратырға, Самат менән үҙемдеке таҡа ла тура килмәй, икеһенеке лә беренсе, баланың ата-әсәһен ҡайҙан эҙләп табаһың, улар был яҡты донъяла бармы-юҡмы. Рәйфә апайҙыҡын белергә, бәлки, уның таныштары барҙыр».
Фатирына ҡайтҡас, Зәйтүнә ауылға иренә шылтыратты, уныһы, мыштыр нәмә, «ярар, әйтеп, эҙләп ҡарармын» тип яуапланы. Зәйтүнә Саматының вайымһыҙлығына шартларҙай булды. Ундай ҡан бик һирәк шул. Ҡатын бүлмә буйлап тегеләй-былай йөрөнө. Апаһына ла рәхмәт, таныштарынан һорашты. Туҡта-туҡта, йәшлек мөхәббәте Ғәлләм менән ырҙын табағында шаярышып йөрөгәндә, нишләптер икеһе лә яңлыш тимергә сыйҙыртып, бармаҡтарын ҡанатты. Һаман да Зәйтүнә балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менән: «Әйҙә, тамсыһын сағыштырып ҡарайыҡ, кемебеҙҙеке асыҡ төҫтә икән», –тине. Ҡыҙҙыҡы асыҡ, ә егеттеке ниндәйҙер көңгөрт ҡыҙыл төҫтә ине. «Минеке һирәк кенә осрай торған ҡан, дүртенсе», – тигәйне шунда Ғәлләм.
Быға тиклем ул йәшәгән районға барырға батырсылыҡ итмәһә лә, Зәйтүнә иртәгеһен такси яллап китте. Йәшәгән ерҙәре район үҙәгенән бик алыҫ түгел икән. Тик кәрәкле кешене оҙаҡ эҙләргә тура килде. Барып еткәс, ялбыр йөнлө уҫал эт өрөп сыҡты. Уның артынса ун биш йәштәр тирәһендәге малай: «Кобзон, маһ-маһ!» – тип ҡулындағы сынйырын эттең муйынына һалды. Үҙе таныш булмаған кешеләргә ҡарап, иҫәнләште. Зәйтүнә был егеттән атаһының өйҙәме, түгелме икәнен һорап та өлгөрмәне, «кемдәр унда, Сабир улым», – тип тубыҡтарын япма менән ҡаплап ҡуйған, инвалид коляскаһында ултырған урта йәштәрҙәге ир килеп сыҡты.
– Һеҙгә кем кәрәк, ханым, әҙерәк сырамытҡанмын һымаҡ үҙегеҙҙе, кем тип әйтәйем? – тип килеүселәргә төбәлде. Бында килгәнсе ҡатын Ғәлләмде төрлөсә күҙ алдына килтереп барҙы. Ә алдында – ят кеше, йәшлек мөхәббәтенең әҫәре лә ҡалмаған тиер ине, тик танау аҫтында ғына, йөҙөнә һөйкөмлөлөк биреп торған ҡара мыйыҡтар ҡалған. Нисәмә йыл үткән, тормош уны ни өсөн һынаны икән, бәһлеүәндәй ир тимер коляскаға йәбешеп ҡалһынсы. Ҡатын уйҙарынан саҡ арынып, ир янына яй ғына сүгәләп:
– Ғәлләм, танымайһыңмы ни йыраҡта ҡалған Зәйтүнәңде? –тине.
– Эйе шул, ҡараҡай, бына тауышыңдан ғына таныным, үҙгәргәнһең, элеккенән тағы ла матурлана төшкәнһең. Ниндәй елдәр ташланы һине беҙҙең яҡтарға? Мине күрергә тип кенә килмәгәнһең һин. – Уның йөҙөндә бер ниндәй ҙә уңайһыҙланыу тойғоһо юҡ ине. Йорттан тулы ғына ҡатын йүгереп сыҡты ла, сит кешеләргә ихлас һүҙ ҡушты:
– Ғәлләм, ҡасандан бирле ҡунаҡтарҙы ҡапҡа төбөндә тотаһың, әйҙә, өйгә инеп һөйләшегеҙ, өҫтәлемде өлгөрткәнмен инде. – Үҙе кире инеп тә китте.
Ҡабалан йомош менән килгәс, Зәйтүнә таксиҙы кире ебәрмәй торҙо. Сәйгә саҡырыусы Зөһрә апайҙың һөйләүе буйынса, Ғәлләмдең үҙ ғаиләһе булған, улдары тыуған, «КамАЗ»ы менән оҙон юлдарға командировкаларға йөрөгән, ул эшләп тапҡан аҡсаны бында ҡатыны туҙҙыра, теләһә ниндәй ирҙәр менән сыуала икән. Эштән арынып, ял иткән ваҡытында, бергә эшләгән дуҫы ҡатынының ҡылыҡтарын әйтеп һала. Ярайһы ғына ҡыҙмаса булып алған ир, асыуынан еңел машинаһына ултырып йән-фарман сығып китә. Иртәгеһен таң алдынан ғына уны, машинаһы түңкәрелгән көйө, табып алалар. Ике аяғы, ҡулы ныҡ зыян күргән була. Биш ай дауаханала ята, бер аяғын, ҡарая башлағас, киҫеп ташлайҙар. Унан һуң ҡатыны ирен, улын ташлап, һөйәркәһе артынан Себер яҡтарына сығып китә. Бына шул көндән бирле бер туған апаһы улы менән икеһен дә ҡарай икән. Ул үҙе лә тормошҡа сығып айырылған, ҡустыһы янына ситтән күсеп ҡайтҡан.
Зөһрә һөйләшеүгә асыҡ булып сыҡты. Зәйтүнәләрҙе берәй түрәләрҙер тип уйлаған. Ҡатын үҙенең кем икәнлеген, ниндәй йомош менән йөрөүен һөйләп биргәс, тел шартлатып тыңланы. «Бына ниндәй матур һөйгәне булған, аңламайым мин был ир-атты, ниңә ҡыҙ намыҫын алдап, ергә тапарға, берәй сәбәбе булғандыр, һылыуым, беҙҙең Ғәлләм ундайҙарҙан булмай торғайны», – тип әҙерәк һүҙ араһында туғанын яҡлаштырҙы Зөһрә апай. Зәйтүнәгә ир нисектер йәл булып китте, баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөрлөк, көсөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй, нисәмә өй һалып сығырлыҡ сағы ла бит. Ҡатын ошоға тиклем уға ҡарата күңелендә күпме һөйөү хисе йөрөттө. Бер ҙә генә яҙмышына үпкәләмәне. Яратҡан кешеһенән балаһы тыуҙы, тик уны үҙ ҡулдарына ала алманы, баштан уҡ Хоҙай Тәғәлә уларҙың бергә булмауҙарын белеп тә сабыйынан баш тарттырғандыр. Ә бәлки шул гонаһһыҙ, яҡты донъяға килеп тә, ата-әсәһенең еҫен, йөҙөн күрмәй үҫкән йән эйәһенең күҙ йәше төшкәндер икеһенә лә. Ҡатындың йәшлек яңлышлыҡтарын төҙәтергә, сит балаға әсәлек йылыһы биреп, Аллаһы Тәғәлә алдында таҙарынырға теләүе ирҙең башына ла инеп сыҡмағандыр.
Ғәлләмен шундай хәлдә күргәс, йомошон әйтергәме-юҡмы, тип бер аҙ икеләнеп алды Зәйтүнә. Шулай ҙа батырсылыҡ итте, «Нимә булһа ла булыр». Ир ҡатындың хәлен аңлап, «минең башҡаса берәй эш эшләп ҡулдан килмәй, йәшәү менән үлем араһындағы хәлде аңлайым, үҙ башымдан үткән», – тине лә, апаһына юл әйберҙәрен йыйырға ҡушты. Үҙен алып йөрөтөргә тип, улын да алды.
Табиптар кабинетынан Олег Борисович килеп сыҡты. Ғәлләмгә бер аҙ ҡарап торғандан һуң, ҡул биреп, сестраһына донорҙы әҙерләргә ҡушты…
Алтынай дауаханала бер ай ятты. Яйлап ашай башланы, һөйләшә. Хирургия бүлегендәге барлыҡ сестраларға ла өйрәнеп китте.Зәйтүнә лә, балаһының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп, тынысланды. Күңеле урынына ултырғас, Зәйтүнә ҡыҙына иғтибарлап ҡарай башланы. Бит төҙөлөшө хас та Ғәлләмдеке һымаҡ, күҙ, ирендәр үҙенекенә оҡшаған кеүек. Бәлки, балаға эҫенә башлағанға шулай тойолалыр. Улай тиһәң, бер үк оҡшаш ҡандар. Шулай ҙа ҡатын, үҙенең уйлағандарына йомғаҡ яһарға ҡабаланманы. Бала дауаланған арала, үҙе ятҡан бала табыу йортона барып килергә уйланы.
Ҡиммәтле күстәнәстәр биреп архивтан сабыйының кәрәкле документтарын ҡаратты. «Егерме бишенсе декабрь, мең туғыҙ йөҙ һикһән бер, ҡыҙ бала, ауырлығы ике лә өс йөҙ, буйы шунсаҡлы…» «Һау-сәләмәт, шундай-шундай ергә сабыйҙар йортона бирелгән. Исеме – Алла Тимофеевна. Туҡта, «Алла» исемле, ә фамилияны инде берәйһенекен биргәндәрҙер…»
Ҡатындың башы әйләнеп, ҡолаҡтары шауланы. Тимәк, Алла үҙенең ҡаны, ҡыҙы булып сыҡты лаһа. Тимәк, ҡыҙлыҡҡа алғанда уҡ, ҡатындың күңеле яңлышмаған. Ҡыуанысынан йәш аралаш бар донъяға ҡысҡырғыһы, тиҙерәк Алтынайы янына йүгергеһе килде.
Иртәнге автобусҡа ултырып, ҡыҙы ятҡан бүлеккә юл тотто. Бүлмә ишеген шар асып барып инде лә карауаты янына теҙләнеп, балаһының ҡулдарынан, битенән, суп-суп итеп үбә башланы. Үҙе туҡтауһыҙ: «Берҙән-берем минең, алтыным, ниһәйәт, таптым бит мин һине, бынан башҡа бер кемгә лә бирмәйем һине!» – тип ҡабатланы. Алтынай ҙа әсәһенең муйынынан кескәй ҡулдары менән ҡосаҡлап: «Мамочка моя», – тип йылмайҙы. Был ваҡытта әсә менән бала шул тиклем бер-береһенә яҡынлыҡ тойғоһо кисерәләр ине...
Зифа Ишмырҙина.
https://shonkar.com
Һуңлаған үкенеү (хикәйә)
Һуңлаған үкенеү (хикәйә)
Автор:
Читайте нас в