Дим буйҙары
-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ноябрь , 14:08

Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы башланды

Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2022» яңы йыл алды операцияһы башланды. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы башланды
Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы башланды

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу урындарында тәүлек әйләнәһенә патруллек итеү ойоштора. Бынан тыш, шыршылар һатылған урындарҙа рейдтар уҙғарыла.

Билдәләнеүенсә, яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға - 3-4 мең һумға, вазифалы кешеләргә - 20-40 мең һум, юридик шәхестәргә 200-300 мең һумға тиклем административ штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Фото: Т. Аманов

https://ye102.ru

Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы башланды
Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы башланды
Автор:
Читайте нас в