Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2022, 10:52

Страховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?

Пенсия тупланмалары түбәндәге кешеләрҙә формалаша:

Страховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?
Страховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?

траховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?

  Эшләгән кешеләрҙең страховка пенсиялары һәм пенсия тупланмалары формалаша.

  Страховка пенсиялары өс төрҙә - ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу буйынса була.

  Пенсия тупланмаһы аҡсаһы ҡәзимге пенсия, бер тапҡыр бирелә торған йәки тупланма пенсия формаһында тәғәйенләнә һәм түләнә.

  Ҡартлыҡ буйынса тәғәйенләнгән страховка пенсияһы күләме эш стажына һәм эш хаҡы күләменә бәйле. Уны пенсия йәшенә еткән һәм тейешле пенсия коэффициенты һәм стажы туплағандар ала. 2022 йылда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн түбәндәгесә минималь пенсия коэффициенты һәм стаж кәрәк - ярашлы рәүештә 23,4 коэффициент һәм 13 йыл.

  Пенсия тупланмаһын алыу хоҡуғы ҡатын-ҡыҙҙарға - 55, ә ир-егеттәргә 60 йәш кимәлендә ҡала. Пенсия тупланмаһы иҫәбенән башҡарылған түләүҙәр ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы булғандарға тәғәйенләнә.

Пенсия тупланмалары түбәндәге кешеләрҙә формалаша:

  эш биреүселәр 2014 йылға тиклем тупланма пенсияны финанслауға страховка иғәнәләре түләү иҫәбенә 1967 йылғы һәм унан йәшерәк хеҙмәткәрҙәрҙә;

  2002-2004 йылдарҙа эш биреүселәр хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә страховка иғәнәләре түләгән 1953-1966 йылғы ир-егеттәрҙә һәм 1957-1966 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарҙа. 2005 йылдан алып был түләүҙәр ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле туҡтатылды;

  Пенсияны дәүләт менән уртаҡ финанслау программаһында (өҫтәмә страховка иғәнәләре күсереү) ҡатнашҡандарҙа;

  Әсәлек (ғаилә) капиталын тупланма пенсия булдырыуға йүнәлткәндәрҙә.

Нисек түләнә:

  тупланма пенсия - ай һайын, мөҙҙәтһеҙ
  ҡәҙимге пенсия түләүе - кеше үҙе 10 йылдан кәм булмаған осорҙо билдәләй
  бер тапҡыр бирелә торған түләү - бер тапҡыр түләү суммаһы

Һорауҙар менән Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин:
  8 (800) 600-00-00 - Рәсәй Пенсия фондының берҙәм бәйләнеш үҙәге
  8 (800) 600-02-21 - Башҡортостанда бәйләнеш үҙәге

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Страховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?
Страховка һәм тупланма пенсия араһында ниндәй айырма бар?
Автор:
Читайте нас: