Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2022, 12:57

Хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән

Донецк Халыҡ Республикаһының Шахтерск районында булған был юл-транспорт фажиғәһендә 16 кеше һәләк булған, тағы өсәүһе йәрәхәтләнгән. 

Хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән
Хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән

«Шахтерск  — Торез автомобиль юлында хәрбиҙәрҙе алып китеп барған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән. 16 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс кеше дауаханаға оҙатылған (улар реанимацияла ята)», — тип хәбәр итте агентлыҡ әңгәмәсеһе.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар араһында йөк машинаһы водителе лә бар. Фажиғә урынында оператив хеҙмәттәр эшләй.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru

Хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән
Хәрбиҙәр ултырған йөк машинаһы менән микроавтобус бәрелешкән
Автор:
Читайте нас: