Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2022, 00:01

Мандарин һайлай беләһеҙме?

Тәмле лә, татлы ла булһын, тиһәң, һайлағанда бер нисә сифатына иғтибар итергә кәрәк икән.

Мандарин һайлай беләһеҙме?
Мандарин һайлай беләһеҙме?

*Мандарин ауыр, тығыҙ булған һайын тәмлерәк.
*Өлгөргән мандариндың ҡабығы тиҙ әрселә. Ауыр әрселһә, өлгөрмәгән тигән һүҙ. Ә инде ҡабығының ҡул тейеүгә үк төшөргә тороуы емештең боҙола башлауын аңлата.
*Баллы-татлы мандарин ҡыҙғылт-һары төҫтә була.
*Әскелтеменең төҫө лимондыҡына оҡшаш – һарыраҡ төҫтә. Йәшел буйҙар бар икән, тимәк, мандарин өлгөрөп етмәгән.
*Әлбиттә, мандариндың тәме уның ҡайҙа үҫеүенә, сортына ла бәйле. Иң тәмле мандарин тип Мароккола үҫкән “Клементин” сортлыһы һанала. Испания мандариндары эре, татлы, ҡалын ҡабыҡлы, әммә ҡиммәт. Төркиәнән китерелгәне әскелтем, төштәре күп. Ҡытай мандариндары әскелтем-татлы, шулай уҡ төшлө булыусан. Грузия мандариндары – йоҡа ҡабыҡлы, ҙур түгел, әскелтем була. Абхазия мандарины лимонға тартым һарғылтыраҡ төҫтә, әскелтем һәм төшһөҙ.

Мандаринды диабет менән ауырыусыларға самалап ашарға кәрәк, ти белгестәр.

Фото: auraf.ru

Автор:
Читайте нас: