Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Декабрь 2022, 11:29

Әсе ҡамырҙан бәрәңге шәңкәһе әҙерләү

Был ризыҡты сәй янында майға манып ашайҙар, ҡаймаҡ менән бирһәң дә ярай.

Әсе ҡамырҙан бәрәңге шәңкәһе әҙерләү
Әсе ҡамырҙан бәрәңге шәңкәһе әҙерләү

Әсе ҡамыр рецепты: 200 грамм һөт, 200 грамм йылы һыу, тоҙ, 3-4 ҡалаҡ май, 1 ҡлаҡ шәкәр ҡомо, он, сүпрә.

Әсе ҡамырҙы 80-100 грамлы киҫәктәргә бүлеп, бармаҡ ҡалынлығында сынаяҡ тәлинкәһе ҙурлығында йәйәләр, майланған табала бер-береһенә тейеп тормаҫлыҡ итеп теҙеп ҡабарталар.

Бәрәңгене әрсеп, йыуып тоҙло һыуҙа бешерәләр, һыуын ағыҙып, төйөрҙәр ҡалмаҫлыҡ итеп төйәләр, ҡайнар һөт, йомортҡа һалалар, тоҙ өҫтәйҙәр. Бәрәңге  йомшаҡ булырға, таралып тормаҫҡа тейеш.

Ҡамыр ҡабарғас, бәрәңгене, йылы килеш, ҡамырға һалып тигеҙләп һылайҙар һәм, өҫтөнә һөткә туҡылған йомортҡа һарыһы һөртөп, мейескә ҡуялар.

Шәңгә 20-25 минут бешә. Мейестән алғас, өҫтөн һары май менән майлайҙар, ҡаплап 5-10 минут тоталар, ҙур булһа, киҫеп табынға сығаралар. Шәңгәне сәй янында майга манып ашайҙар, ҡаймаҡ менән бирһәң дә ярай.

1 шәңгәгә: 80-100 грамм ҡамыр, 80 грамм бәрәңге, 20 грамм һөт, 1/4 йомортҡа, тоҙ, майларға 5 грамм май .

https://intertat.tatar/news

Әсе ҡамырҙан бәрәңге шәңкәһе әҙерләү
Әсе ҡамырҙан бәрәңге шәңкәһе әҙерләү
Автор:
Читайте нас: