Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2022, 09:38

Өфөнән йәш модель вице-мисс исемен яуланы!

Екатерина Дульдий Таиландта уҙған Kids Stars International-2022 халыҡ-ара балалар конкурсында тәүге бишәү иҫәбенә инде. Конкурс йомғаҡтары буйынса ул дүртенсе вице-мисс, шулай уҡ «Тамашасылар һөйөүе гүзәле» исемен яуланы.

Өфөнән йәш модель вице-мисс исемен яуланы!
Өфөнән йәш модель вице-мисс исемен яуланы!

«Конкурста ни бары 5 таж бар ине һәм шуларҙың береһе — беҙҙеке. Мин ошо кескәй ҡыҙ һәм уның һоҡланғыс ата-әсәһе менән ныҡ ғорурланам. Катя минең күҙ алдымда үҫә. Тәүге тапҡыр ул беҙҙең бәйгелә 2018 йылда ҡатнашты. Ул конкурстың һөҙөмтәләренә бик тыныс ҡарай. Был иһә ата-әсәнең дөрөҫ тәрбиәһе, улар конкурс үҙ һәләтеңде күрһәтеү урыны икәнен балаға аңлата алған. Ниндәй һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, улар ҡыҙын ярата һәм ғорурлана», — ти балалар модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: