Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2022, 10:12

"Шыршы-2022" операцияһы дауам итә

Урман рейдтары Яңа йыл байрамдары алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙе киҫәтеү өсөн ойошторола, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы.

"Шыршы-2022" операцияһы дауам итә
"Шыршы-2022" операцияһы дауам итә

Ведомство белгестәре әйтеүенсә, ҡайһы берәүҙәр бейек ағастарҙы һуңынан уларҙың осон киҫеп алыу өсөн генә ауҙара. Шулай уҡ үҫеп килгән генә шыршылар ҙа ҡырыла.
Шул ук ваҡытта граждандарға ағастарҙы законһыҙ киҫкән өсөн шыршы баҙарында һатып алынған ағас хаҡынан бер нисә тапҡыр артығыраҡ штраф  ҡаралған. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусыға мәжбүри рәүештә урман фондына килтергән зыянды ла ҡапларға тура киләсәк. Әгәр ҙә зыян күләме 5 мең һум тәшкил итһә йәки унан артып китһә, ағастарҙы законһыҙ киҫкән өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса яуап тотоу ҡарала.
Рейдтар Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тормошҡа ашырылған “Экология” дөйөм дәүләт проекты һәм “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә уҙа, ул урмандарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңынан тергеҙеү сараларын үҙ эсенә ала.
Фото: bash.news

kiziltan.ru

 

"Шыршы-2022" операцияһы дауам итә
"Шыршы-2022" операцияһы дауам итә
Автор:
Читайте нас: