Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ғинуар , 00:02

Юл фажиғәләре кәмеһен өсөн

Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында күпер төҙөкләндереләсәк.

Юл фажиғәләре кәмеһен өсөн
Юл фажиғәләре кәмеһен өсөн

Шаҡша ҡасабаһындағы күпергә 2023-2024 йылдарҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса капиталь ремонт эшләнәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өфө йылғаһы аша 1984 йылда төҙөлгән был күперҙең оҙонлоғо 440 метрҙан ашып китә. Был ҡоролманы белгестәр файҙаланыу өсөн яраҡһыҙ тип таный.

Әлеге көндә күперҙе капиталь ремонтлау буйынса проект эшләнгән, уның буйынса дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған. 2023 йыл башында төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн подрядсыны билдәләү буйынса торг иғлан ителәсәк.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги") илебеҙ юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсат – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендәге үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

 

Юл фажиғәләре кәмеһен өсөн
Юл фажиғәләре кәмеһен өсөн
Автор:
Читайте нас в