Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2023, 10:09

Шәкәр ашамай йәшәп буламы?

Бауырығыҙҙағы май ҡатламы кәмер, ҡан баҫымығыҙ көйләнер, “насар” холестерин һәм глюкоза түбәнәйер, ти ғалим...

Шәкәр ашамай йәшәп буламы?
Шәкәр ашамай йәшәп буламы?

Шәкәрҙән баш тартыу йәшлекте һәм сәләмәтлекте оҙаҡ йылдарға һаҡларға ярҙам итә. Был хаҡта диетолог-терапевт, кардиолог, медицина фәндәре кандидаты Светлана Павличенко хәбәр итә.

 Табиптың әйтеүенсә,  74 процент эшкәртелгән аҙыҡ-түлек составына шәкәр өҫтәлә. Был  татлы аҙыҡ барыбыҙға ла яҡшы билдәле, сағыштырмаса арзан консервант, шулай уҡ тәмде көсәйтеү үҙенсәлегенә эйә.

 Эксперт шәкәрҙән баш тартыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән абстиненция билдәләренең ике-өс аҙнанан үтәсәген билдәләй. Шәкәр ҡулланмай башлау менән хәлегеҙҙең  яҡшырыуын тойорһоғоҙ, физик торошоғоҙ ҙа үҙгәрер – бауырҙағы май ҡатламы кәмер, ҡан баҫымығыҙ көйләнер, “насар” холестерин һәм глюкоза түбәнәйер. Ысынлап та шулай икән, ниңә шәкәр ашауҙан баш тартмаҫҡа? Табип әйтеүенсә, был балансланған туҡланыуға иң дөрөҫ юл, тик был ғәмәлде көн һайын үтәргә кәрәк.

Фото:medboli.ru

https://bashgazet.ru

 

Шәкәр ашамай йәшәп буламы?
Шәкәр ашамай йәшәп буламы?
Автор:
Читайте нас: