Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2023, 08:21

Итле самса

Итле самсаны яратмаған кеше юҡтыр ул! Туҡлыҡлы ла, тәмле дә булған әлеге төр ҡамыр ризығын бешерү өсөн ҡамыр һәм ит фаршы һәм һуған кәрәк.

Итле самса
Итле самса

Ҡамыр өсөн 1,5 балғалаҡ ҡоро сүпрә, ярты килограмм самаһы он, бер ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты балғалаҡ тоҙ, бер стакан һөт, ике йомортҡа кәрәк. Ҡамырҙы баҫҡас, сәғәт ярымға ҡабартырға ҡуябыҙ.

Эслек өсөн ярты килограмм фарш, өс баш һуған, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос алабыҙ. Барыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.

Ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә көнбағыш майы һөртәбеҙ. Бик тығыҙ итмәйенсә генә рулет формаһында төрәбеҙ. Килеп сыҡҡан “рулетты” артыҡ ҙур булмаған өлөштәргә киҫәбеҙ. Һәр өлөштө түңәрәкләп йәйәбеҙ ҙә, уртаһына эслек һалабыҙ. Самсаны өсмөйөш формаһында яһайбыҙ. Яһалған самсалар йылы урында бер аҙ ҡабарып алһын.Унан һуң ҡамыр өҫтөнә туғланған йомортҡа һарыһы һөртәбеҙ ҙә, духовкаға ҡуябыҙ. Самса 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минутта бешеп сыға.

https://vk.com/tatarshlari

 

Итле самса
Итле самса
Автор:
Читайте нас: