Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2023, 00:02

Радий Хәбиров беренсе урында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөнсө йыл рәттән «Медиалогия» компанияһы төҙөгән медиарейтингта Волга буйы федераль округы буйынса коллегалары араһында беренсе урынды биләй.

Радий Хәбиров беренсе урында
Радий Хәбиров беренсе урында

Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының дөйөм рейтингында ул етенсе баҫҡыста тора. Был рейтингта беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә Чечня башлығы – Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә иһә Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев. Тәүге унау араһында шулай уҡ Белгород өлкәһе башлығы Вячеслав Гладков, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин һәм Курск өлкәһе етәксеһе Роман Старовойт бар.

«Медиалогия» эксперттары Башҡортостан Башлығының юғары позицияһын Радий Хәбировтың Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә гуманитар ярҙам буйынса әүҙем эш алып барыуы, республиканың махсус  хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеүе менән аңлата.

https://ye102.ru

Радий Хәбиров беренсе урында
Радий Хәбиров беренсе урында
Автор:
Читайте нас: