Дим буйҙары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2023, 09:43

Ағинәйгә 100 йәш

Ул икмәкте һаман үҙе һала...

Ағинәйгә 100 йәш
Ағинәйгә 100 йәш

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәгән Бәҙерниса Һиҙиәтова 100 йәшен билдәләне. Бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотларға Орджоникидзе районынан хакимиәт башлығы Альберт Маликов килде. Йөҙйәшәр инәй  ҡунаҡҡа үҙенең әле  лә тулы көс менән йәшәүгә дәртле булыуын һөйләне. Йыш ҡына ғаиләһе өсөн ҡоймаҡ һәм икмәкте үҙе бешерә икән.

Үҙенең оло юбилейын Бәҙерниса Йәҫәфәр ҡыҙы яҡындары менән ҡаршылаған. Ул сығышы менән Учалы районынан, шунда уҡ үҙенең хеҙмәт юлын иҫәпләүсе булып башлаған. Был йүнәлеш ҡыҙҙың артабанғы яҙмышын билдәләй: ул Өфө финанс техникумын уңышлы тамамлап, тыуған районына йәш белгес булып эшкә ҡайта. Һуғыш осоронда финанс идаралығында, һуңынан Башҡортостан һәм Ханты-Манси автономиялы округының төрлө етештереү майҙансыҡтарында баш бухгалтер булып эшләй. Унан тормош иптәше Арыҫлан Мөхәррәм улы менән бергә эш буйынса Ливияға командировкаға ебәрелә.

Һиҙиәтовтар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер ул Айгөл ейәнсәре һәм бүләләре менән бергә йәшәй, хәленән килгәнсә  балалар тәрбиәләүҙә һәм хужалыҡ буйынса ярҙам итергә тырыша.

Фото: "Башинформ"

https://bashgazet.ru
Автор:
Читайте нас: