Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2023, 14:48

Социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү маҡсатында

2017 йылдан алып 247 ғаилә 263 өлкән йәштәге кешене ҡарауға алған

Социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү маҡсатында
Социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү маҡсатында

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өлкәндәр быуын кешеләренең әүҙем тормошо өсөн шарттары тыуҙырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демогарфия” милли проектына (национальный проект “Демография”) ингән “Өлкән быуын” федераль проектының өҫтөнөлөклө йүнәлешен тәшкил итә.

Өлкән йәштәге кешене ҡарауға алған ғаилә халыҡты социаль яҡлау органы, ошондай хәстәрлеккә мохтаж кеше менән килешеү төҙөй. Бындай ғаиләгә 6200 һум күләмендә түләү билдәләнгән. Беренсе төркөм инвалидын һәм 80 йәштән өлкән кешене ҡараған ғаиләгә айлыҡ аҡсалата пособие 30 процентҡа  күберәк, ул 8060 һум тәшкил итә.

2017 йылдың 1 ғинуарында проект ғәмәлгә индерелгәндән алып Башҡортостанда 247 ғаилә 263 өлкән йәштәге гражданды һәм инвалидты ҡарауға алған.  Былтыр декабрь аҙағына ҡарата, 108 ғаиләлә 113 өлкән һәм инвалид кеше йәшәгән. 2022 йылда проектты тормошҡа ашырыуға 10,3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: contenta.info

https://bashgazet.ru

Социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү маҡсатында
Социаль яңғыҙлыҡты иҫкәртеү маҡсатында
Автор:
Читайте нас: