

2 алмаға 200 – 250 грамм ҡатлаулы ҡамыр, 25 грамм әстрхан сәтләүеге, 10 баҙам сәтләүеге (миндаль), 1 ҡалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, тәменсә дәрсен (корица), шәкәр, лимон кәрәк.
Сәтләүектәрҙе блендерҙа ваҡлайбыҙ ҙа, бал, дәрсен ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Алманы таҙартып, өҫкө өлөшөн матур ғына итеп ҡырҡабыҙ. Сит-ситенән 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсен алабыҙ. Ҡараймаһын өсөн лимон һуты бөркәбеҙ. Уртаһын ваҡ итеп турап, сәтләүек массаһына ҡушабыҙ.
Сәтләүекле эслекте алмаға тултырабыҙ ҙа өҫкө өлөшө менән ябып ҡуябыҙ. Шәкәрҙә әүәләп алабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, 2 сантиметрлыҡ таҫмалар ҡырҡабыҙ һәм алмаларҙы урайбыҙ. Аҫҡы яғын тулыһынса ҡаплайбыҙ. Ҡамырҙан 2 япраҡ ҡырҡып йәбештерәбеҙ. Йомортҡа һарыһы яғабыҙ һәм 200 градус эҫелектәге мейестә 20 – 25 минут бешерәбеҙ.
Алмаларҙы ҡамырға төрмәйенсә, үҙен генә лә бешерергә була. Эслек өсөн эремсек менән йөҙөм ҡулланырға ла мөмкин.
Фото: kakprosto.ru