Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Общие статьи
14 Февраля 2023, 05:01

Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?

Киптерелгән алма - витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин

Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?
Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?
Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта.
 
Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Шулай уҡ диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы.
 
Фото: iamcook.ru
https://bashgazet.ru
Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?
Киптерелгән алманың файҙаһы бармы?
Автор:
Читайте нас