Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
17 Февраля 2023, 10:23

Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...

Мутлашыусылар “тоҙағына” эләгеүселәр арта.

Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...
Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...

Әллә күпме иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ҡала халҡы һаман да аферистар ҡорбаны булып тора. Бына тағы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 33 йәшлек ир “ҡармаҡҡа” эләккән – ул мутлашыусыларға 300 мең һум аҡсаһын күсергән.

  

“Аҡсағыҙҙы урларға маташалар...”

Сценарий ғәҙәттәгесә: бер кеше, “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте”нән шылтыратып, иргә “картағыҙҙан аҡ­са урларға маташалар, тиҙ генә махсус ҡушымта күсереп алығыҙ” тип әйтә. Шулай, инструкцияларға таянып, ир үҙенең кеҫә телефо­ны­ның хәүефһеҙлеген тикшереү маҡсатында махсус мобиль ҡу­шым­та ҡуйып ала. Шунан һуң мут ир аҡсаһын ошо махсус “страховка ячейкаһы”на күсерергә ҡуша. Зыян күреүсе шулай эшләгән дә. Әммә аҙаҡтан шикләнеп, ул банктың ҡы­ҙыу элемтәһенә шылтырата һәм картаһын блокировкалай, ләкин 300 мең һум аҡсаһын инде юғалт­ҡан була... Был осраҡта ир бер ге­нә ҡағиҙәне иҫтә тотҡанда ла аҡса­һынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ ине: банктар бер ҡасан да “һеҙҙең аҡсағыҙҙы ур­ларға маташалар” тип шылтыратмай!

Рәсәй Эске эштәр министрлы­ғының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының тәфтиш бүлеге ошо осраҡҡа ҡарата Рәсәй Федерацияһы 159-сы Енәйәт кодексының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

 

Иң йыш алданыусылар

Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа интернет ярҙамында мутлашыу ҙа яйлап ҡына арта бара (республика буйынса 40 процент), ә инде һуңғы бер ай эсендә бигерәк тә йышайҙы. Атап әйткәндә, былтыр нәҡ әлеге ысул ярҙамында республикала 13189 енәйәт теркәлгән. РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлета­маҡ ҡалаһы буйынса идаралы­ғының тәфтиш бүлеге етәксеһе Венер Хисамов белдереүенсә, мәҫә­лән, башлыса бындай мутлашыу­сылар тоҙағына алтмыш йәштән өлкәндәр, пенсионерҙар эләгә икән – әлеге енәйәтселәр ҡорбанының 37 проценты. Шуға ла Венер Наил улы бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә иғтибарлыраҡ булырға, уларҙың яҡындарына ата-әсәһе, өлкән йәштәге туғандары гаджеттар менән ҡулланғанда йышыраҡ яндарында булырға кәңәш итте.

 

Осона сығып булмай тиерлек

Тәфтишсе һөйләүенсә, әлеге енә­йәттәрҙе асыҡлау һәм инде бә­ләгә тарыған кешегә ярҙам итеү бик ауырға тура килә, сөнки мутла­шыусылар эҙҙәренә төшөрмәҫ өсөн әллә нисәмә боролошло юлды һай­лай. Мәҫәлән, улар шылтыратып яҡын туғанығыҙҙың кеше туҡмауы, тапатыуы, үлтереүе хаҡында хәбәр итә һәм “эште” тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн аҡса һорай. “Ҡапҡанға” элә­геү­сенән аҡсаны ялланған таксист килеп ала, һәм ул билдәле бер иҫәп­кә күсерә. Операция баш­ҡар­ған өсөн үҙенә процент алып ҡала. Ғәҙәттә, таксист енәйәттә ҡатнаш­ҡа­нын белмәй ҙә ҡала. Аҙаҡ иһә мутлашыусы теге иҫәптән икенсегә күсерә, аҙаҡ йәнә икенсеһенә... Шу­лай итеп, осона сығып та булмай. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны ла кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Уны­һы бер бәлә, хәҙер енәйәтселәр, телефон паролдәрен, һандарын, кешенең банк иҫәбен, документ, ҡултамғаларҙы ҡулланып, хатта кредит та ала. Был осраҡта инде кеше икеләтә ҡаза күрә: беренсе­нән, аҡсаны кире ҡайтарып булма­һа, икенсенән, банкка кредит тү­ләргә тейеш булып сыға. Ә, ғәҙәттә, банктар был осраҡта ҡаза күреүсе яҡлы түгел йәки алынған кредитты нисек тә ҡаза күргән кешенән түлә­тергә тырыша. Үкенескә ҡаршы, әле­гә бындай осраҡтарҙы көйләгән закондар камиллаштырылмаған да. Хатта камиллаштырылған осраҡ­та ла, бындай ваҡиғала үҙең­дең енәйәт ҡорбаны булыуыңды иҫбатлау бик ауырға тура килә, ти белгестәр.

 

“Аварияға эләктем...”

Тағы ла Стәрлетамаҡта “Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте” тигән енәйәт схемаһы буйынса ҡы­лынған мутлыҡ осраҡтары ла йы­шайҙы. Ғәҙәттә, был осраҡта мутлашыусы һеҙҙең туғанығыҙҙы яҡшы белә булып сыға, ул социаль селтәр йә башҡа төр сығанаҡ аша мәғлүмәт алған. Шунан ул нәҡ шул туғанығыҙ булып авария яһауы ту­раһында әйтә йә юл хәүефһеҙлеге инспекторы исеменән һөйләй. Сценарий бер үк: “Туғанығыҙҙың хәлен еңеләйтеү өсөн аҡса түләргә кәрәк – ул сумманы күпмелер ваҡыттан бер кеше килеп ала” һәм... һеҙ енәйәт ҡорбаны булаһығыҙ!..

 

Украинанан шылтыраталар...

Полиция вәкиле белдереүенсә, телефон аша шылтыратыусы мутлашыусылар бәйләнешкә ҡайҙан ғына сыҡмай, ғәҙәттә, асыҡлауы ауырға тура килә. Әлбиттә, һеҙҙең телефонда һандар күренә ул, ләкин аҙаҡ кире шылтыратһаң, йә прокуратураға эләгәһең, йә полиция бүлегенә. Ғөмүмән, технологиялар ярҙамында енәйәтселәр шылтыратыусының телефон һандарын үҙгәртә, хатта әлегеләй “шаяртыу” аша прокуратура һандарынан шылтыратырға ла тартынып тормай. Енәйәтсене тотор өсөн уның һымаҡ уйларға, унан бер аҙым алда барырға кәрәк, тиҙәр. Телефон-интернет мутлашыусыларын асыҡлау өсөн технологиялар өлкәһендә тәрән белгес булыу мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, был йәһәттән Рәсәйҙә хәүефһеҙлек тәьмин итеүселәргә әүҙемерәк булырға ҡала – әлеге өлкә вәкилдәре быны үҙҙәре лә таный. Шулай ҙа эш яйлап алға бара, енәйәтселәр тотола, ҡайҙан шылтыратыу һандары асыҡлана.

– Һуңғы ваҡытта Украинанан шыл­тыратыусылар йышайҙы, енә­йәтселәрҙең осо шул илгә барып төр­төлә, енәйәтселәр интернет ярҙа­мында мәғлүмәт ала, аҡса ур­ларға маташа, “бомба һалынды” ти­гән ялған хәбәр ебәрә, – ти Венер Хисамов.

Уйлай китһәк, күрше илдә ултырған енәйәтсе һинең кем икәнеңде лә белмәй, әммә асыҡ мәғлүмәттәр уға һинең турала барыһын да белергә ярҙам итә.

Украина тигәндән, махсус хәрби операция башланғас, мобилизация буйынса ярҙам итәбеҙ, гуманитар яр­ҙам кәрәк, тип алдап шылты­ратыуҙар ҙа барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә, һеҙгә “колл-үҙәк”тәрҙән шылтыраталар...

Интернет, бер яҡтан, мәғлүмәт алыуҙа, таратыуҙа ярҙам итһә, икенсе яҡтан иһә, мутлашыу өсөн уңайлы, наркотик һатыу, терро­ризм­ға бәйле күренештәр ҙә социаль селтәрҙәр аша башҡарыла. Ошондай шылтыратыуҙар арҡа­һында мәктәптәрҙә йыш ҡына уҡыу процесын туҡтатып торорға мәж­бү­р­ҙәр, башҡа сара юҡ, сөнки мәғлү­мәтте тикшерергә, бомба һалын­ғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡларға тура килә. Төрлө учрежде­ние­лар­ҙың электрон почтаһына ошондай эстәлекле хаттар килә, шылтыра­тыуҙар була, ғәҙәттә, улар әле тел­гә алған илдән килә. Әммә дәүләт учреждениелары мәғлүмәтте йәшереп тә ҡуя алмай. Хәйер, был мәғлүмәткә ҡаршы көрәшергә генә ҡала – Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә лә халыҡ араһында фашистар тарафынан “Һеҙҙең армия еңелде, беҙҙең яҡлы булығыҙ” һымағыраҡ ҡағыҙҙар йыш ҡына таратылған бит...

 

Ашыҡмағыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Бил­дә­һеҙ һандарҙан банк хеҙмәт­кәр­ҙәре булып шылтыратһалар, һөй­ләшмәгеҙ, шикле мобиль ҡушым­таларҙы телефонығыҙға күсермә­геҙ һәм тәҡдим ителгән һылтан­ма­лар буйынса инмәгеҙ, таныш бул­маған кешеләргә ышанмағыҙ. Таныштарығыҙ йәки туғандарығыҙ телефон аша ярҙам һораһа, уға үҙегеҙ белгән телефондан мотлаҡ шылтыратығыҙ. Һеҙҙең менән ысын­лап та яҡын кешегеҙ һөйлә­шеүен асыҡлау мөһим. Шулай уҡ уларҙың исеменән килгән, мөрә­жәғәт иткән осраҡлы курьерҙар аша аҡса тапшырмағыҙ. Мутла­шыу­сыларҙың ошондай эшмә­кәрлеге тураһында яҡындарығыҙға һәм ололарға һөйләгеҙ.

Венер Хисамов билдәләүенсә, интернет енәйәтселәрен бер ысул менән генә еңеп була, ул да булһа ябай ғына – “банктан” тип йә “яҡы­нығыҙ аварияға эләккән” тип шыл­тыратһалар, мәғлүмәтте мотлаҡ тикшерегеҙ, ашыҡмағыҙ!

Әлбиттә, интернет аша мутлашыусылар хаҡында киң мәғлүмәт саралары әленән-әле иҫкәртеп тора, ләкин, үкенескә ҡаршы, мутлашыу осраҡтары, киреһенсә, арта ғына бара. “Баҫҡан тырма маңлай­ҙарҙы күгәртеүҙән” туҡтаһын өсөн, ниһайәт, алған мәғлүмәтте тикше­рергә, ҡабаланмаҫҡа һәм кәңәш һорарға күнегергә кәрәктер беҙгә!

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

l Банк картаһындағы өс һанлы кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ, хатта банк хеҙмәткәре тигән ышаныс булһа ла.

l Телефонға килгән смс-хәбәрҙе шулай уҡ шылтыра­тыусыға әйтмәгеҙ.

l Үҙегеҙ хаҡында социаль селтәрҙәрҙә шәхси мәғлүмәттәр һалырға тырышмағыҙ.

l Телефонға таныш булмаған кешенән килгән смс-хәбәрҙәрҙәге һылтанмаға инмәгеҙ, таныш булған кешенән килгән осраҡта, шылтыратып, алдан  асыҡлағыҙ.

l Телефонығыҙға тикшермә­йенсә ҡушымталар урынлаш­тырмағыҙ!

 

Нимәгә иғтибар итергә?

l Банк хеҙмәткәре “аҡсағыҙҙы урларға маташалар” тип шылтыратмай.

l Туғанығыҙ аварияға эләккән хәлдә лә, инспектор һеҙҙән телефон аша аҡса талап итмәй.

l Гуманитар ярҙам һорап телефондан шылтыратмайҙар.

- Рәмил МАНСУРОВ

https://bashgazet.ru/

Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...
Маңлайҙар “күгәреп” бөтһә лә...
Автор:
Читайте нас