Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
18 Февраль 2023, 04:49

Тәмле ҡоймаҡ

Ҡоймаҡты табынға ҡаймаҡ, еләк-емеш ҡайнатмаһы, джем менән бирергә була. Эслек менән төрөргә лә мөмкин. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Тәмле ҡоймаҡТәмле ҡоймаҡ
Тәмле ҡоймаҡ

Йомортҡалы эслек. 4 йомортҡаны ҡаты итеп бешерергә. Ҡырғыстан ваҡ итеп ҡырырға. Ваҡ итеп туралған йәшел һуған ҡыяғы, тәменсә тоҙ ҡушырға. Ҡорораҡ булһа, 1 ҡалаҡ ҡаймаҡ өҫтәргә мөмкин.

Эремсекле эслек. 500 г эремсеккә 1 йомортҡа һарыһы, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 50 г йөҙөм ҡушырға.

Итле эслек. 500 г ит фаршын ваҡ итеп турарға һәм 1 һуған менән ҡыҙҙырырға. Тәменсә тоҙ, борос өҫтәргә.

Итле-дөгөлө эслек. Һуғанды ваҡ итеп турарға. Фаршты һуты парға әйләнеп бөткәнсе үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. һуған ҡушып, бергә ҡыҙҙырырға. Әҙер фаршҡа бешкән дөгө өҫтәргә, тәменсә тоҙ, борос һибеп болғатырға.

Фото: Pixabay/RitaE

https://vk.com/tamletamak

Тәмле ҡоймаҡ
Тәмле ҡоймаҡ
Автор:
Читайте нас