Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
20 Февраль 2023, 05:25

“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан

2022 йылда Башҡортостан  нефтселәре республика территорияһында ике яңы ятҡылыҡ асҡан һәм нефть һәм газ запастарын 20,6 милилон тоннаға арттырған.

“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан
“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан

"Башнефть» белгестәре илдең өс төбәгендә инде файдаланылған  ятҡылыҡтарҙа яңы  27   нефть  сығанағын  асҡан.

2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Башнефть» АНК («Роснефть» НКГА керә) AB1C1 категорияһындағы нефть һәм газ запастарын, нефть эквивалентында  20,6 млн тоннаға арттырған. Уҙған йыл башҡорт нефтселәре геологик разведка эштәре үткәреп, инде  файҙаланыла  торған яткылыҡтарҙы яңынан баһаланылар, был компанияның ресурс базаһын тулыһынса тулыландырырға мөмкинлек бирҙе.

Уҙғган йылда башҡорт нефтселәре электән файҙаланыла торған ятҡылыҡтарҙа яңы сығанаҡтар астылар. Был маҡсаттан «Башнефть» белгестәре Башҡортостан, Ырымбур өлкәһендә һәм Ханты-Манси автономиялы округында эҙләү-баһалау һәм разведка скважиналары бырауланылар. Компания геологтары һәм уның «Башнефть-сығарыу» бүлендек йәмғиәте 2022 йылда Башҡортостанда ике урында  яңынан нефть сығанаҡтарын асты.

2022 йылда асылған яңы нефть сығанағының береһе Покровское тип атала. Бында ”ҡара алтын ни бары 400 метр тәрәнлектә ята. Был табыштың рентабеллелеген арттыра.  Ошо ятҡылыҡтағы   скважина тәүлегенә 14 тоннаға яҡын сәнәғәт нефть сығышы бирҙе.

Уҙған йылда асылған тағын бер яңы нефть сығанағы "Башнефть" ветераны, нефть инженеры Мөнир Ғәлләмов исемен алды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, техник фәндәр кандидаты, Иван Губкин исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре – Мөнир Нәфиҡ улы  нефть сығарыу тармағының ысын легендаһы булып тора.

Һүҙ уңайынан, «Башнефть» углеводород сеймалы запастарын йыл һайын тулыландыра. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса, «Башнефть» AB1C1 категорияһындағы йыллыҡ нефть сығарыуҙы 305 процентҡа тулыландырҙы, запастарҙы 43,2 м миллион тоннаға арттырҙы. Ул саҡта башҡорт нефтселәре эҙләү-баһалау, разведка һәм эксплуатация скважиналарын быраулағанда һәм элегерәк бырауланған скважиналарҙы тәрәнәйткәндә 11,6 миллион тоннаға запас туплаған. Тағын 31,4 миллион тонна уникаль Арлан ятмаһы запастарын  ҡабат иҫәпләү иҫәбенә ирешелде.   

Уҙған йылда компания белгестәре Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе, Ханты-Манси һәм Ненец автономиялы округтарында 100 яңы продуктив  ятҡылыҡ асты. Башҡорт нефтселәре баһалауынса, был  ятҡылыҡтарҙа запастар  алты миллион  тоннанан ашыу тәшкил иткән.

baltachtan.ru

“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан
“Башнефть" нефть һәм газ запастары тапҡан
Автор:
Читайте нас