Был әҙәм ҡыҙ менән егетте бысаҡ ҡаҙап үлтергән, бер ир уның ғәйебе менән юл фажиғәһендә һәләк булған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары кисә Миякә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында булған кеше үлтереү осрағын тикшерә.
Башҡортостан буйынса Тикшерү комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көнләшеү сәбәпле, 22 йәшлек егет үҙенең 16 йәшлек элек йөрөгән ҡыҙын һәм уның 20 йәшлек дуҫын бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп үлтергән.
Шунан һуң егет атаһының "ВАЗ 2107" машинаһында ҡасырға уйлай. Артабан ул «ВАЗ 2114» автомобиленә күсеп Өфөгә юл тота.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уның машинаһына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иғтибар иткән. Полицейскийҙарҙы күргәс, ул ҡасырға уйлай, әммә ҡаршыға килеүсе «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә "Гранта"ның шоферы һәләк була, юл-транспорт һәләкәтендә ғәйепле егет дауаханаға һалына.
Кеше үлтереү һәм юл-транспорт ваҡиғалары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
фото:"МВД по РБ"
https://kiziltan.ru