4-11 класс уҡыусыларын, шулай уҡ уларҙың педагогтарын “Компьютер иле” XXVII асыҡ халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Фестиваль көндөҙгө-дистанцион фо0рматта уҙғарыла, ул мәктәп уҡыусыларының шәхесен үҫтереүгә, танып-белеү һәләтен асыҡлау һәм дәртләндереүгә, ижади потенциалды тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Фестиваль тураһында ҡарар һәм уның программаһын рәсми сайттан табырға була. Мәктәп уҡыусыларының эштәре һәм педагогтарҙың сығыштары тезистары теркәү ваҡытында ойоштороу комитетына ебәрелә. Ҡабул итеү ағымдағы йылдың 5 мартына ҡәҙәр дауам итә.
Фото: severstolici.ru
https://kiziltan.ru