Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
28 Февраль 2023, 07:58

Венера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлаша

1 мартта төнгө күктә Венера һәм Юпитер планеталарының бер-береһенә яҡынайыуын күрергә мөмкин.  

Венера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлашаВенера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлаша
Венера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлаша

Венера һәм  Юпитер- төнге күктәге иң яҡты планеталар. Венера - Ергә иң яҡын планета,  Юпитер-Ҡояш системаһының иң ҙур планетаһы. Был астрономик күренеш 27 февралдә үк башланған. уның максималь  нөктәһе 1 мартта буласаҡ. Унан һуң ике планета бер-береһенән алыҫлаша башлай. Күк йөҙө аяҙ булһа, ике планета яҡынлашыуын ҡояш байығас, күктең көнбайыш өлөшөндә күҙәтеп буласаҡ.

Күктәге ике  күк есеменең  яҡынлашыуы ауларҙың һәм Ерҙең бер һыҙыҡта тиерлек буласағын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта күк  есемдәренең  яҡынайыуы һәм айырылыуы Ерҙең орбита буйынса сағыштырмаса тиҙ хәрәкәте менән бәйле ( тәүлегенә 1 градус), тимәк, яҡынайыу бер нисә көн генә күҙәтеләсәк. Юпитер күктә Венераны уҙып, Ҡояш яғына таба барасаҡ.

 Юпитер Кояш тирәләй сәғәт йөрөшө әйләнгән  кеүек тойолорға мөмкин.

https://baltachtan.ru

Венера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлаша
Венера һәм Юпитер планеталары бер-береһенә яҡынлаша
Автор:
Читайте нас