Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Март 2023, 17:41

Март айына һынамыштар

Март-яҙҙың беренче айы. Тирә-йүндә ҡар ятһа ла, һыуыҡтар әле булһа ла, көн һиҙелерлек оҙоная бара.  

Март айына һынамыштарМарт айына һынамыштар
Март айына һынамыштар
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
 
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
1 мартта аяҙ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.

Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Мартта ҡар яуһа, баҡса емештәре уңыр.
8 мартта ҡар яуһа, һыуыҡ булыр. Әгәр был көн ҡоро икән, 8 апрелгә ямғыр көтөгөҙ. 
9 мартта кар яуса, апрель дә шундый ук булыр. 
11 мартта ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта. 
14 март ниндәй – йәй шундай. 
17 мартта ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиз китер. 
21 мартта һабантурғайҙар килһә, яҙ етте тигән һүҙ. 
22 март йылы булһа, 40 көн җылы торыр, бу көн суык булса, 40 көнгә сузылган суыклар көтегез. 
23 март көнне ала карга томшыгын канат астына яшерсә, суыта. 
25 мартта ямғыр яуһа, арыш уңыр. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә, көндәрҙе йылыта. 
27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ. 
30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, ташҡын да оҙаҡ көттөрмәҫ. 
31 март кичендә йолдызлар гадәттәгедән ваграк күренсә – яңгырга.
Ҡоштар ояларын көньяҡҡа таба үрһә – йәй һалҡын килер. 

"Башҡортостан календары"нан

Март айына һынамыштар
Март айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас