+30 °С
Болотло


Ылыҫлы-лимонлы төнәтмәнең файҙаһы шул тиклем ҙур. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа инфекция һәм вируслы сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн бик яҡшы сара ул.
Уны нисек әҙерләргә?
Ике стакан ваҡланған ҡарағай ылыҫына ярты литр һыу ҡойоп, уға бер ус гөлйемеш ҡушып, ҡайнатып сығарырға. Уттан алып бер аҙ һыуытҡас, бер лимондың һутын өҫтәргә. Эсемлекте бер тәүлек тотоп, һөҙгәс, ул ҡулланыуға әҙер.
Төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алдан 100-әр миллилитрлап эсергә. Сәләмәт булайыҡ!
Фото:take-tea.ru