Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
4 Март 2023, 09:24

Һарымһаҡлы май быуындар һыҙлауынан ярҙам итә

300-400 грамм һарымһаҡты таҙартып, ит үткәргес аша үткәреп, 1 литрлы банкаға һалығыҙ ҙа һәйбәт рафинадланмаған үҫемлек майын ағыҙығыҙ.

Һарымһаҡлы май быуындар һыҙлауынан ярҙам итәҺарымһаҡлы май быуындар һыҙлауынан ярҙам итә
Һарымһаҡлы май быуындар һыҙлауынан ярҙам итә

Артабан ошо ҡатнашманы ҡараңғы урында 2 аҙна тоторға кәрәк. Көн һайын болғатып алырға онотмағыҙ. Һуңынан килеп сыҡҡан һарымһаҡлы майҙы 3-4 ҡат марля аша һөҙөгеҙ.

Ауыртҡан ергә (мәҫәлән, билгә, йә тубыҡтарға) ыуығыҙ. Полиэтилен менән ҡаплап, төнгөлөккә йылы шарф бәйләп ҡуйығыҙ. Тәүге көндәрҙән үк еңеллек тойорһоғоҙ. Дауаланыу курсы – ике ай.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас