Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Март 2023, 07:27

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ

Организмды таҙартыуҙың иң яҡшы рецептары:

Һаулыҡ - ҙур байлыҡҺаулыҡ - ҙур байлыҡ
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
💧1. Алма һәм кopицa (дәрсен).
Алманы нәҙек итеп турап, 500 мл һыу ҡойоғоҙ, 1 балғлаҡ корица һалығыҙ: һәм был эсемлекте көн дауамында эсегеҙ. Был ҡатнашма матдәләр алмашыныуын яҡшырта һәм ашҡаҙан трактын таҙарта.

💧2. Лимoн һуты һәм бал

2 аш ҡалағы лимон һутына 200 мл йылы һыу ҡойоғоҙ, шуға 1 балғалаҡ бал һәм бер семтем ваҡланған имбирь өҫтәгеҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Эсемлек ашҡаҙан трактын таҙартып ҡына ҡалмай, энергия ла өҫтәй.

💧3. Имбиpлы эсемлек
Имбирь тамырын әрсеп, ваҡ итеп турарға һәм 1 литр һыу һалырға ла, ҡайнатып сығарып, һүрән утта 10 минут тоторға. Һыуынғас, 1 семтем корица һәм бер нисә аш ҡалағы гөлемеш сиробы өҫтәйбеҙ. Көн дауамында 100-150-әр мл ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсәбеҙ. Ашҡаҙан системаһы эшен, матдәләр алмашыуын яҡшырта.

💧4. Сөгөлдөр һуты

1 сөгөлдөр, 2 алма һәм 4 сельдерей һабағынан һут эшләп, 1-әр аш ҡалағы иртән һәм кисен ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ.

💧5. Сәләмәтлек коктейле
1 әфлисун, 1 лимон һәм 1 кишерҙең һутын һығып, 100 мл минераль һыу ҡушығыҙ. Иртән ас ҡарынға ашағанға тиклем ярты сәғәт ҡала эсегеҙ. Арыуҙан шәп сара, унда антиаксидонттар бик күп.

💧6. Ҡыяр һәм сельдерей.
1 ҡыярҙы һәм 1 сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мил һыу өҫтәгеҙ. Көн дауамында эсегеҙ.
https://vk.com/bashkortvk
 
Автор:
Читайте нас