Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Март 2023, 12:53

Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында бишбүләктәр ҙә бар.

Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылдыКүп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды
Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды

Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Бишбүләк, Дүртөйлө, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Хәйбулла райондарынан, шулай уҡ Сибай ҡалаһынан 17 ҡатын-ҡыҙ наградаға тәҡдим ителгән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем ошо түләүҙең күләме 17 241 һум ине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, миҙал 1998 йылда булдырылған.

https://www.bashinform.ru

Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды
Күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды
Автор:
Читайте нас