

— Дим ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәре идарарасыһы вазифаһында 2006 йылдан бирле эшләйем, — ти Алия Мәғәфүр ҡыҙы Хисамова. — Минең вазифаларыма корреспонденцияны тикшереү, норматив-хоҡуҡи документтарҙы теркәү, граждандарға белешмәләр hәм төрлө белешмәләр биреү керә. Минең эшем миңә бик оҡшай. Мин Дим ауылында тыуып-үҫтем, унда йәшәүселәрҙе бик яҡшы беләм. Кешеләр менән аралашырға hәм уларға төрлө социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итeргә ярҙам итергә тырышам.
Алия Мәғәфүр ҡыҙы тормош иптәше Марат менән ул тәрбиәләйҙәр. Урта мәктәптең 5 класс уҡыусыһы Линар яҡшы билдәләренә генә уҡый hәм урындағы хоккей командаһында уйнай. Хисамовтар ғаиләһенең өлкән балалары Өфөлә һәм Бәләбәйҙә үҙ ғаиләләре менән айырым йәшәй.
Дyрт ейән-ейәнсәр менән улар үҙҙәрен бәхетле олатай менән өләсәй, тип һанай. Ейәндәре Булат менән Милена мәктәптә «бишле»гә уҡый, ә кескәй Богдан менән Данияр балалар баҡсаһына йөрөй. Улар йыш ҡына олатай менән өләсәй янына ҡунаҡҡа ҡайта.
— Беҙҙең менән бергә минең әсәйем дә йәшәй, ул быйыл үҙенең ҙур юбилейын билдәләп үтeргә йыйына, — ти Алия Мәғәфүр ҡыҙы. — Уға 95 йәш тула. Дим ауылында беҙҙең ҙур ҡаралты-ҡуралар hәм йорт хужалығы булған иркен hәм яҡты йортобоҙ бар. Мин йәшелсә тоҙларға, варенье ҡайнатырға, бүлмә гөлдәре үҫтерергә яратам. Яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр бөтә ишек алды сәскәләр менән тула. Уҙған йыл алтын юбилейымды билдәләп үттем, әммә ғаиләлә байрам өҫтәле урынына беҙ кәңәшләшеп, автомобилдәргә ултырып бер көн эсендә Бишбүләк районының ете мөғжизәһе буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Был иҫ киткес сәйәхәт булды!
Өйҙә ултырып, беҙ ниндәй матур төбәктә йәшeүебеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ!
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.