Байрам көндәрендә бында көн һайын 5-6-шар мең гөлләмә һатыла.
Урамда буран һәм ҡар, ә оранжереяла сағыу һары, алһыу, ҡыҙыл төҫөндәге тюльпандар үҫеп ултыра - бөтәһе 200 мең самаһы сәскә. Сәскәләр үҫтереү - ярты эш, уларҙы йыйып, Башҡортостан һәм күрше Татарстан заказсыларына килтереүҙе ойошторорға кәрәк. Оранжереяла сәскәләр байрамға ике аҙна ҡалғас йыйыла башлаған. Эштәр бөтәһенә лә етә: берәүҙәр сәскәләрҙе киҫә, икенселәр гөлләмәләр төҙөй, өсөнсөләр уларҙы йәшниктәргә һала.
- Тюльпандарҙы 8 Мартҡа ҡарай бер нисә йыл элек үҫтерә башланыҡ, - тип һөйләй идарасы Айгөл Шәкүрова. - Утыҙға яҡын сортлы орлоҡтарҙы Голландиянан һатып алабыҙ. Былтыр санкциялар арҡаһында уларҙың хаҡы ике тапҡырға күтәрелде, был, әлбиттә, сәскәләрҙең хаҡына ла йоғонто яһаны.
Оранжереяла 8 йыл эшләп, Айгөл Шәкүрова тюльпандар үҫтереү технологияһын ентекле өйрәнгән. Уның менән бергә бөтә коллектив та ошо фәнде үҙләштерҙе. Нюанстар күп: температура һәм яҡтылыҡ режимын үтәү, ваҡытында һәм дөрөҫ һыу һибеү, витаминлаштырыу. Күрше теплицала хәҙер икенсе сәскәләр ҙә үҫә: петуниялар, хризантемалар, лобелиялар... Йылы көндәр еткәс, улар оранжереянан ҡала һәм шәхси сәскә түтәлдәренә күсеп китәсәктәр - бында теләге булған һәр кем үҫенте һатып ала аласаҡ.
+28 °С
Болотло






