Дим буйҙары
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март 2023, 09:12

Ипотекаға ҡағылышлы яңылыҡтар бар

Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.    

Ипотекаға ҡағылышлы яңылыҡтар бар
Ипотекаға ҡағылышлы яңылыҡтар бар

“Ғаилә ипотекаһы”, “Ташламалы ипотека”, “Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы” һәм “IT-ипотека” программалары буйынса ташламалы кредит биреү шарттары “йомшарасаҡ”. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

"Ташламалы ипотека кредиттары файҙалана алырлыҡ була бара. Был программалар буйынса шарттарҙы “йомшартыу” тағы күберәк кешеләргә фатир мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк", - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

“Ғаилә ипотекаһы” программаһындағы үҙгәрештәр инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡағыла. Яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир һатып алыу мөмкинлеге булмаған төбәктәрҙә бындай ғаиләләргә икенсел баҙарҙа торлаҡ алыу мөмкин буласаҡ.

“Ташламалы ипотека” һәм “Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы” программаларындағы үҙгәрештәр өлөшләтә мобилизация барышында Ҡораллы Көстәр сафына саҡырылғандарға ҡағыла. Улар өсөн, “Ташламалы ипотека”һына ярашлы, шәхси йорттарға хоҡуҡты дәүләт теркәүенең һуңғы ваҡыты нормаларының ғәмәлдә булыуы туҡтала.

Тағы бер үҙгәреш заем ҡулланып объекттар һанын арттырыуға ҡағыла. Хәҙер “Ғаилә ипотекаһы”, “Ташламалы ипотека”, “Алыҫ Көнсығыш ипотекаһы” һәм “IT-ипотека” программаларында ҡатнашыусылар ябыҡ пай инвестиция фондтарына ҡараған милек составына ҡараған торлаҡҡа кредитты рәсмиләштерә ала. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: moneyman.ru

bashgazet.ru

Ипотекаға ҡағылышлы яңылыҡтар бар
Ипотекаға ҡағылышлы яңылыҡтар бар
Автор:
Читайте нас: