Дим буйҙары
+4 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Март , 15:09

Тәмлеһен йәки файҙалыһын һайларғамы?

Ит яратыусылар өсөн!

Тәмлеһен йәки файҙалыһын һайларғамы?
Тәмлеһен йәки файҙалыһын һайларғамы?
1 урын - ҡуян ите.
 
Ул гипоаллерген һәм иң файҙалы ит булып һанала. Унда майҙар тауыҡ итенән күберәк, ә холестерин әҙерәк. Ҡуян ите аминоксилоталарға, омега-3, В төркөмө витаминдарына, фосфор, кобальт, калий һ.б. матдәләргә бай. Ҡуян итен бөтә кешегә лә, шул иҫәптән балаларға ла ашарға ярай.

2 урын - тауыҡ ите
 
Унда А, В, Е витаминдары, фосфор, тимер, калий, магний күп. Уны өлкәндәргә лә, балаларға ла ашарға ярай. Ул ҡанда шәкәр кимәлен миҡдарын нормалләштерә, йөрәк эшсәнлегенә ыңғай йоғонто яһай. Таыҡтың бер кәмселеге - уның тиреһе бар, ә тауыҡ тиреһендә холестерин күп була.

3 урын - күркә ите.
 
Ул иң диетик ит булып һанала. Унда май күләме иң әҙе, тик күркә итен үҙләштереү еңел түгел. Унда минералдар һәм витаминдар күп, күркә ите ҡан составын яҡшырта.

4 урын - һыйыр ите.
 
Ул беҙҙең планетала иң күп таралған ит булып һанала. Өй шарттарында үҫтерелгән мал итенең файҙаһы күберәк, ә бына сәнәғәт эшкәртелеүе иттең составына насар йоғонто яһай. Һыйыр итендә антибиотиктар, башҡа сит матдәләр була. Һыйыр ите ауыр үҙләштерелә.

Өйрәк һәм һарыҡ итен һирәгерәк ашарға кәңәш ителә. Уларҙа витаминдар һәм файҙалы матдәләр күп булһа ла, организм уны насар үҙләштерә.
Тәмлеһен йәки файҙалыһын һайларғамы?
Тәмлеһен йәки файҙалыһын һайларғамы?
Автор:
Читайте нас в