+2 °С
Болотло
«1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән (йәғни йәшәгән урын буйынса) балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза яҙырға мөмкин. Башҡалар 6 июлдән алып мәктәптә буш урындар бөткәнсе ошондай хоҡуҡҡа эйә, ләкин ағымдағы йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк», — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы, «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» мәғлүмәт системаһы аша, заказлы хат менән йәки мәктәпкә килеп тапшырырға була, тип иҫкә төшөрҙө Айбулат Хажин.