250 мл йылымса һыу
2 ҙур ҡалаҡ шәкәр ҡомо
1 ҙур ҡалаҡ ҡоро сүпрә
1 балғалаҡ тоҙ
100 грамм иретелгән һыйыр майы
2 йомортҡа
700 грамм он
Әҙерләү:
Ҡамыр өсөн кәрәк булған барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушырға: йылы һөткә шәкәр, сүпрә һалып яҡшылап болғатығыҙ. Шунан тоҙ, йомортҡа һәм иретелгән һыйыр майы. Яҡшылап болғатығыҙ. Ҡамырҙы ҡаплап бер сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
Эслек өсөн:
Ҡуйы алма повидлоһы йәки слива ҡайнатмаһын алырға була. Ҡайнатма шыйыҡ булғанда он өҫтәргә кәрәк. Шыйыҡ булһа ағып бөтәсәк
Ҡамыр әҙер булғас,10-12 киҫәккә бүлеп түңәрәкләйбеҙ. Түңәрәктарҙе шәшкенең төбө менән иҙәбеҙ һәм йылымса ергә 30 минутҡа ҡуябыҙ.
Ваҡыт үткәс эслекте һалып духовкаға тығып ҡуябыҙ. Ватрушкалар 180 градуста 40 минутта бешә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!