+24 °С
Ясна
16 мартта Башҡортостандың Благовещен районында республика аусылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы инспекторҙары быуаз мышыны һәм уҙған йылда тыуған уның ике быҙауын үле килеш тапҡандар.
Павловка һыуһаҡлағысына табан хайуандарҙың түшкәләрен төйәп алып киткән ҡаргиҙәрҙәрҙең эҙҙәре ярылып ята. Хайуандар донъяһына килгән зыян күләме 900 мең һум тәшкил итә.
Әлеге енәйәт эше буйынса экологтар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү эштәре алып бара.
https://vk.com/podsl_bizh