Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2023, 10:04

Аш-һыу таҫтамалдарын нисек ағартырға?

Был осраҡта түбәндәге бик ябай кәңәш ярҙамға килә ала. Уның өсөн:     

Аш-һыу таҫтамалдарын нисек ағартырға?
Аш-һыу таҫтамалдарын нисек ағартырға?

Һәр хужабикә аш бүлмәһендә ҡулланған таҫтамалдарын күп осраҡта нисек ағартырға тип баш ваталыр. Был осраҡта һеҙгә түбәндәге бик ябай һәм файҙалы кәңәш ярҙамға киләсәк. Уның өсөн:

5 литр ҡайнар һыу;
1 ҡалаҡ ниндәй булһа ла ҡоро ағартҡыс (отбеливатель);
3 ҡалаҡ кер йыуыу порошогы;
1 ҡалаҡ шыйыҡ май кәрәк була.

Ҙурыраҡ табаҡ йәки силәк алып, шуға ҡайнар һыу, порошок, ағартҡыс һәм шыйыҡ майҙы һалып яҡшылап бутайбыҙ. Йыуа торған таҫтамалдарҙы ошо һыуға һалып ҡуябыҙ. Кистән батырылған керле әйберҙе, иртәнгә тиклем тотһаң, нығыраҡ ағарасаҡ.

Шыйыҡ май таҫтамал ептәре араһына кергән тапты сығара, ҡалғанын порошок менән ағартҡыс эшләп бөтөрәсәк. Беҙгә таҫтамалдарҙы был һыуҙан алып, таҙа һыуҙа сайҡап ҡуйырға ғына ҡала. Уларҙың нисек таҙарғанын, ағарғанын күреп, үҙегеҙ ҙә хайран ҡалырһығыҙ.

Фото һәм сығанаҡ: "https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: